+12 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
29 Октября 2021, 12:55

“Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2021”

28 октябрҙә юл хәрәкәте йәш инспекторҙарының “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” онлайн район конкурсының һөҙөмтәләре билдәле булды. Йыл һайын уҙғарылып килгән конкурс балалар юл-транспорт травматизмын иҫкәртеү, уҡыусыларҙы юлдарҙа хәүефһеҙ хәрәкәт ҡағиҙәләрен тиҫтерҙәренә аңлатыуға йәлеп итеү маҡсатында үтә. Конкурста Красноусолдағы 1-се, 2-се, 3-сө мәктәптәрҙән һәм Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларынан 4 команда ҡатнашты.

“Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2021”“Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2021”
“Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2021”

Еңеүселәрҙе – 1-се урынға лайыҡ 1-се мәктәп, 2-селәге гимназия, 3-сө урындағы 3-сө мәктәп командаларын ҡотлайбыҙ! Бәйгене ойоштороусылар ҡатнашыусыларға татлы приздар әҙерләгән эшҡыуар Гөлшат Вәлийән ҡыҙы Ҡаҙаҡҡоловаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

 

 

“Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2021”
“Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2021”
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас