Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ айҡанлы ихлас ҡотлайым!
Ышаныслы һәм хәүефһеҙ автомобиль бәйләнеше тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде, ә водитель һөнәре – көндәлек яуаплылыҡ һәм тырышлыҡ талап иткән ауыр хеҙмәт ул. Һеҙҙең берҙәм һәм фиҙаҡәр эшегеҙҙән тыш йәшәйешебеҙҙе күҙ алдына ла килтереп булмай. Тиҙ һәм хәүефһеҙ транспорт бәйләнеше – бөгөнгө көн талабы.
Водитель һөнәрен һайлап, көн һайын руль артында эш вахтаһы алып барған һәм көндәлек хеҙмәте транспорттың юлға сығыуы менән бәйле бар хеҙмәтсәндәре, автотранспорт өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан производство ветерандары айырыуса ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ. Һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!
Бар автомобилселәргә – профессиональ һәм һәүәҫкәр водителдәргә – хәүефһеҙ юлдар, һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңы һөнәри ҡаҙаныштар теләйем.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.