

Азат Дәрүиш улы бәхетен дә тыуған ауылында тапҡан. Ауылдашы Раушания Самат ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, матур итеп донъя көтәләр. 9х12 ҙурлыҡта кирбестән ҙур, иркен йорт һалып кергәндәр. Ғафаровтар 3 ул тәрбиәләп үҫтерәләр, Рина һәм Рияз исемле ейәнсәр-ейәндең яратҡан олатай-өләсәһе лә. Өлкәне - Руслан Стәрлетамаҡта төпләнгән, ҡыҙ һәм улдың атаһы. Иретеп йәбештереүсе һөнәренә эйә булған Фидан күптән түгел әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан. Азамат ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштереп, тиҙҙән ағаһы артынан һалдат сафына баҫасаҡ. Улдарының ярҙамы менән күпләп мал-тыуар аҫрап ғүмер итәләр. Ихаталарында 2 һауын һыйыры, 4 башмаҡ аҫрала, йыл да 3-4 баш мал һимертеп һуйып һатып, ғаилә бюджетын тулыландыралар, һарыҡтар ҙа аҫрағандар, ҡош-ҡорттоң иҫәбе-һаны юҡ, ҡаҙ, өйрәк, бройлерҙар алып үҫтерәләр. Баҡсала бәрәңге, өс теплицала йәшелсә-емеш ишелеп уңа, йәйен баҡса, урам тирәһе сәскәгә күмелә.
Азат Ғафаровтың тырыш, намыҫлы хеҙмәте хужалыҡ, район етәкселеге тарафынан баһалана килә. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөндә район Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнәсәк.