+13 °С
Дождь
Антитеррор
Яңылыҡтар
3 Ноября 2021, 13:53

Ураҡ батырына “тимер ат”

1 ноябрҙә Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантаналы сара үтте. Унда “Ураҡ батыры-2021” республика конкурсы еңеүселәре тәбрикләнеп, автомашина асҡыстары тапшырылды. Конкурс төрлө номинациялар буйынса билдәләнде.

Ураҡ батырына “тимер ат”Ураҡ батырына “тимер ат”
Ураҡ батырына “тимер ат”

Бүләкләнеүселәр араһында районыбыҙҙың Руслан Венер улы Рәжәпов етәкселегендәге “Агрохим” АП ЯСЙ-енең алдынғы механизаторы Илфат Шәрифулла улы Ғәлиәхмәтовтың булыуы районыбыҙ өсөн ҙур мәртәбәгә эйә. Механизатор “Ураҡ батыры-2021” исеменә үҙенең “Палесье” КЗС-10К” комбайнында 513 гектарҙа 1467 тонна уңыш урып йыйғаны өсөн - “Иген уңышын йыйыу комбайнының иң яҡшы операторы” номинацияһына лайыҡ булған. Әйткәндәй, районыбыҙға ҡайтҡан “Ураҡ батыры”на бирелгән дүртенсе автомашина. Тәүгеһенә – 2017 йылда “Урожай” хужалығы механизаторы Альберт Мөхәмәтҡолов, 2019-ҙа - Василий Беляев (“ШЭ Г.М.Тахтаров” хужалығы), 2020-лә Мансаф Зәйнетдинов (“Восход-СТ” АП ЯСЙ-е) лайыҡ булғайны.
Хужалыҡта бер йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, Илфат үҙен ысын механизатор итеп танытҡан. Яҙлы-көҙлө тракторға ултырып, ер һөрә, сәсә, игендәр бешкәс, комбайнда ашлыҡ игә, һуғылып бөткәс, тракторға ултырып буласаҡ уңышҡа нигеҙ һала. Бесән мәлендә бесән преслауҙа тир түгә. Илфат хужалыҡта бер йыл ғына эшләһә лә, техникала тәүге йыл ғына эшләмәй. Тимәк, ул да хужалыҡтың башҡа, тәжрибәле механизаторҙары кеүек үк, үҙендә яуаплылыҡ тойоп эшләй.
Уҫман ауылында Нәбирә менән Шәрифулла Ғәлиәхмәтовтарҙың ишле (7 малай, 1 ҡыҙ) ғаиләһендә иң кесеһе булып тыуып үҫкән Илфат механизатор һөнәрен осраҡлы ғына һайламаған. Бәләкәйҙән техникаға тартыла. 6-сы класта уҡығанда комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй. Мәктәпте тамамлағас, артабан ҡайҙа уҡырға, ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау тормай егет алдында. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 77-се һанлы һөнәри белем биреү училищеһына уҡырға инеп, ҡулына механизатор-водитель дипломын алып ҡайтып, тыуған Салауат исемендәге колхозда эш башлап та өлгөрмәй, әрмегә саҡырыла, ошо уҡ йылда өйләнә. 1993-1995 йылдарҙа Амур өлкәһендә пограничник булып хәрби бурысын үтәп ҡайта.
-Армиянан ҡайтып, бер аҙна үтеүгә элекке Салауат исемендәге колхоздың рәйесе Нәжип Яхин комбайнға эшкә саҡырып та сығарҙы. Мәктәптә уҡығанда уҡ Уҫман, Йөҙимән ауыл-
дарынан комбайнсы ағайҙар: Тимерйән Иҙрисов, Әнүр Ғәлимов, Рәүеф Ғәлиәхмәтов, Флүр Ғәбдиев, Айрат Суфияновтың ярҙамсыһы булып эшләп, эш рәтен белгәнгә лә, эшләп китеүе еңел булды. “Енисей” комбайнында иген уңышын йыйыуҙа ҡатнаштым. Былтырғы “Ураҡ батыры” еңеүсеһе булып, автомашина асҡысы алған күрше – Йөҙимән ауылынан Мансаф Зәйнетдинов колхозда эшләгәндә минең тәүге ярҙамсым булды, - тип таныштырып та үтте Илфат Ғәлиәхмәтов.
Гөрләп торған колхоз тарҡалғас, ауылда эш булмау сәбәпле, 2003 йылда ғаиләһе менән Табын ауылына күсеп килергә тура килә. Вахта ысулы менән Өфөлә эшләп ала. Бөгөн ураҡ батыры Илфат Шәрифулла улы тормош иптәше – ауылдашы Сәриә Зиннәтулла ҡыҙы менән үҙ көстәре менән һалып кергән йорттарында 28 йыл матур донъя көтәләр. 3 ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Өлкәне Гөлфинә һөнәре буйынса балалар табибәһе, Нәргизә исемле ҡыҙҙың әсәһе, ғаиләһе менән Нефтекама ҡалаһында йәшәй. Уртансыһы Әлиә төҙөлөш колледжын тамамлап, әлеге мәлдә Өфө нефть техник университетында 1-се курста уҡый. Иң кесеһе Илвина - 1-се класс уҡыусыһы.
“Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” ДБУ-һының баш инженеры Вячеслав Малых әйтеүенсә, районыбыҙҙың һөҙөмтәле эшләгән һәр бер механизаторы республика буйынса уҙған бындай конкурста ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Бары теләк, һөҙөмтәле эш һәм етәкселектең иҫәпте дөрөҫ һәм үҙ ваҡытында алып барыуы кәрәк.
Алдынғы механизаторға артабан да хужалыҡҡа намыҫлы хеҙмәт итеп, эшендә тағы ла юғарыраҡ уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.

Ураҡ батырына “тимер ат”
Ураҡ батырына “тимер ат”
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас