Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2021, 10:10

Ғафури районында “Тубырсыҡтар” экокомплексы барлыҡҡа киләсәк

Был заманса экокомплекс район үҙәге Красноусолдағы “Йәшлек” паркы биләмәһенә яҡын урынлашасаҡ. Унда ял һәм эш сәфәре менән районға килеүсе туристар өсөн бар уңайлыҡтары булған йорттар төҙөү күҙаллана. Проект 2020 йылда Туризм буйынса федераль агентлыҡтың “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты буйынса субсидиялар конкурсында еңеп сыҡҡан.

Ғафури районында “Тубырсыҡтар” экокомплексы барлыҡҡа киләсәк
Ғафури районында “Тубырсыҡтар” экокомплексы барлыҡҡа киләсәк

Проект инициаторы Анна Ларина әйтеүенсә, комплекстың архитектураһы үҙенсәлекле – бында йыл әйләнәһенә ҡулланылышта буласаҡ 4-8 кеше ял итерлек ҡунаҡ йорттары - заманса модулле конструкциялар ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ экокомплекс биләмәһендә 50 кешегә тиклем саралар уҙғарырлыҡ конференц-зал, мини-хостел, 2 мунса, сувенирҙар кибете, гриль йорто булған ике ҡатлы бина төҙөләсәк. Бынан тыш, сәләмәтлек һәм экология темаһына саралар уҙғарып сәләмәт тормош рәүешен популярлаштырыу, яңы маршруттар булдырырға планлаштырыла.

#нацпроекты

Ғафури районында “Тубырсыҡтар” экокомплексы барлыҡҡа киләсәк
Ғафури районында “Тубырсыҡтар” экокомплексы барлыҡҡа киләсәк
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас