Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2021, 15:10

Сикләүҙәр - һөҙөмтәле сара

Россия-24 телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров түбәндәгеләрҙе һөйләне: Әлеге көндә беҙҙең төп эшмәкәрлегебеҙ, әлбиттә, вакцинация. Ошо йүнәлешкә бар тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ. Кешеләр вакцина яһатырға кәрәклекте аңлаһындар өсөн төрлө саралар ҡулланабыҙ.

Сикләүҙәр - һөҙөмтәле сара
Сикләүҙәр - һөҙөмтәле сара

Уларҙың төп асылы – күпселек учреждениеларға коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыу тураһында сертификатһыҙ инеү мөмкинлеге сикләнеүе. Был мәҙәниәт, спорт, дөйөм туҡланыу учреждениеларына һәм башҡа күп өлкәләргә ҡағыла.

Һуңғы сикләүҙә бөгөн ғәмәлгә индерелде. Хәҙер майҙаны 1000 кв.м.-ҙан ҙурыраҡ гипермаркеттарға QR-кодлы сертификат, 6 ай һуҙымында коронавирус менән сирләү тураһында белешмә йәки прививка эшләтергә ярамай тигән белешмә менән бергә кире һөҙөмтәле ПЦР-тест менән генә инергә була.  

Әйткәндәй, сикләүҙәрҙең һөҙөмтәһе һиҙелерлек. Улар индерелгәне бирле вакцинация темптары артты. Быға тиклем тәүлегенә 2 мең кеше вакцина яһатһа, хәҙер - 20 мең. Эшләмәгән аҙна ла бик файҙалы булды. Күреүебеҙсә, сир осраҡтары кәмей башланы. Икенсенән, коронавирустан үлеүселәр һаны кәмене. Иң мөһиме – һаулыҡ һағы системаһында көсөргәнешлек кәмей. Дөйөм алғанда, пандемия башланғандан алып быйылғы көҙ республика өсөн иң ауыры булды. Коронавирус сирлеләр өсөн койкалар һаны был осорҙа 8,5 меңгә етте. Әле 6 мең койка ҡалды.

Бөтә процесстар менән оператив штаб сиктәрендә идара итәбеҙ. Һаулыҡ һаҡлау системаһы коронавирусҡа ҡаршы ал-ял белмәй көрәшә. Сир осраҡтары артыу менән беҙ койкалар һанын арттырабыҙ, сир сигенһә – киреһенсә, кәметәбеҙ. Бөтә койкалар ҙа кислород менән тәьмин ителгән. Тейешле ҡоролмалар, кислород һәм башҡалар беҙҙә етерлек.

Койкалар буш тормаһын өсөн, сирҙең таралыуын ентекле күҙәтеү барабыҙ. Сөнки уларҙы башҡа сирҙәре дауалағанда ҡулланырға була бит. Кешеләр коронавирус менән генә түгел, башҡа сирҙәр менән дә ауырый. Шуға күрә беҙҙең бурыс – коронавирусҡа ҡаршы бар көсөбөҙҙө һалһаҡ та, башҡа сирҙәрҙе лә дауаларға тейешбеҙ.

Белешмә: 10 ноябргә республикала коронавирус менән 92864 кеше сирләгән. Тәүлек эсендә 676 яңы осраҡ теркәлгән. Бөтәһе 81837 кеше йүнәлгән, уларҙың 671-е – һуңғы тәүлектә.

Башҡортостанда вакцинация дауам итә. Төбәккә бөтәһе 2282558 доза вакцина килтерелгән. Беренсе компонент менән 1762728, икеһе менән дә 1444250 кеше вакцинацияланған. Был - прививка эшләтергә тейешле халыҡтың 71 һәм 58,1 проценты.

Сикләүҙәр - һөҙөмтәле сара
Сикләүҙәр - һөҙөмтәле сара
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас