6 йәштән өлкән рәссамдарҙы 1945 йылдың Яңы йылын ҡаршы алыу темаһына ижад итергә саҡыралар. Улар һуғыш йылдарында шыршыны нисек биҙәгәндәр, шыршы уйынсыҡтарын нисек итеп ҡул менән эшләгәндәр һәм Яңы йылға ниндәй бүләктәр биргәндәрен һүрәтләргә мөмкиндәр. Һәм, әлбиттә, һүрәттә “Еңеү шыршыһы” үҙе булырға тейеш!
Һүрәттәр шул ваҡыттағы мөхитте сағылдырырға тейеш. Ғаилә альбомындағы фотолар, ҡартөләсәй, ҡартолатайҙарығыҙҙың иҫтәлектәрен ҡулланырға була. Әгәр һүрәттә ғаилә тарихы сағылдырылһа, конкурсантҡа был турала ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт яҙырға кәрәк.
Үҙегеҙ теләгән техникала башҡарылған эштәрҙе 2021 йылдың 28 ноябренә тиклем Еңеү музейы сайтына (https://victorymuseum.ru/online-programs/competition/..) ебәрегеҙ.
Һүрәттәр 6-8, 9-11, 12-14, 15-17 йәш һәм 18 йәштән өлкәндәр номинацияларында баһалана. Һәр категорияла 3 еңеүсе билдәләнәсәк. 1-7 декабрҙә ошо сайтта онлайн тауыш биреү була. Иң күп тауыш йыйыусылар “Тамашасы һөйөүе призы”н аласаҡ.
Еңеүселәрҙең исемдәре 10 декабрҙә билдәле була. уларҙың һүрәттәре Яңы йыл открыткаларының уникаль коллекцияһын булдырыуҙа ҡулланыласаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәт https://victorymuseum.ru/online-programs/competition/.. Һылтанмаһы буйынса Еңеү музейы сайтында.