

Туризм һәм сәләмәтлек
2021 йылдың 1 декабренән шифахана, профилакторий, ял йорттарына документтарһыҙ ҡабул итмәйҙәр.
Прививкаһыҙҙарҙы эштән ситләтәсәктәр
18 ноябрҙән баш санитар табиптың мотлаҡ вакцинация тураһындағы талабы үҙ көсөнә инә. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был талап табиптарға, уҡытыусыларға, чиновниктарға, вахта ысулы менән эшләүселәргә, эске эштәр органдары, социаль хеҙмәткәрҙәргә һәм башҡаларға ҡағыла. Тулы исемлек менән Роспотребнадзорҙың сайтында (http://02.rospotrebnadzor.ru/upload/iblock/7d7/16_p1.pdf) танышырға була. 18 декабрҙән эш биреүсе вакцина эшләтмәгән хеҙмәткәрҙе эшенән ситләтеп, эш хаҡын түләмәҫкә хоҡуҡлы. Был турала Рәсәй Хеҙмәт кодексының 76-сы статьяһында яҙылған.
Әгәр ҙә хеҙмәткәр вакцина яһата икән, эш биреүсе уға 2 көнлөк ял бирә (эш хаҡы һаҡлана). Октябрҙән алып эш биреүселәргә прививка эшләтмәгән 60 йәштән өлкән хеҙмәткәрҙәр, хроник сирлеләрҙе ситтән тороп эшләүгә күсерергә тәҡдим ителде.
Башҡортостанға килеүселәр
Сит илдән ҡайтыусы прививка эшләтмәгән кешеләр ПЦР-тест һөҙөмтәһен алғанға тиклем үҙҡурсаланыуҙа булырға тейеш.
Күңел асыу саралары
Күңел асыу сараларын үткәрмәҫкә йәки һуңғараҡ ваҡытҡа күсерергә тәҡдим ителә. 30 кешенән ашыу ҡатнашҡан эш, мәҙәни, спорт, күңел асыу сараларын күсереү ҡарала. Бик мөһимдәре коронавирусҡа ҡаршы штаб рөхсәте менән үткәрелергә мөмкин. Өфөлә бөтә концерттар ҙа башҡа ваҡытҡа күсерелде.
Транспорт
Документтарһыҙ ҡала-ара автобустарға һәм “Орлан” ҡала яны поезына билеттар һатылмай. Профсоюз ойошмалары QR кодһыҙ йәмәғәт транспортына инеүҙе сикләргә тигән инициатива менән сыҡҡайны, әлегә был ҡарар ҡабул ителмәгән.
Дәүләт учреждениелары
Бында ла дөйөм санитар-эпидемиологик талаптар ғәмәлдә ҡала – мотлаҡ битлек режимы, кергәндә температура үлсәү, социаль арауыҡ, антисептиктарҙың булыуы, дезинфекция, һауаны зарарһыҙландырыу.