-22 °С
Болотло
Документта билдәләнеүенсә, QR-код прививканан һуң — бер йыл, ә сирләгәндән һуң ярты йыл ғәмәлдә була. Әгәр прививка яһатҡан кешелә коронавирус асыҡланһа, уның вакцинация хаҡында һанлы пропускы юҡҡа сығарыла, ярты йылға ғына иҫәпләнгән QR-код эшләй башлай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, граждандар дауаханала йәки күп функциялы үҙәктә вакцинация йәки сирҙе үткәреү, прививка яһатырға ярамауы тураһында белешмә алырға мөмкин. Дәүләт хеҙмәттәре порталында документтың электрон версияһы бар.