- Беҙҙең биләмәлә көн һайын 10 кеше вакцина эшләтеп торһа ла, Таш-Аҫты, Имәндәш ауылдарында өй беренсә йөрөп сыҡтыҡ. Бөгөн бында күпселек бюджет хеҙмәткәрҙәре йыйылған. Улар туғандарына, балаларға, атай-әсәйҙәренә беҙҙең әйткәндәрҙе еткерер, аңлатыр, тип ышанабыҙ. Яҡын кешеләребеҙҙең ғүмере өсөн яуаплылыҡты үҙебеҙгә бурыс итеп ҡуяйыҡ, - тип башлап ебәрҙе был осрашыуҙы Әхнәф Әхиәр улы.
Әлбиттә, был осраҡта табип аңлатыуы мөһим. Шуға ла Рафаил Камил улы сығыш яһап: “Белеп тораһығыҙ, былтырҙан башлап ауыр, мәкерле сир килде. Әлеге ваҡытта дүртенсе тулҡынын тоябыҙ. Һеҙҙең аша күрше-тирәһенә, башҡаларға еткереү маҡсатында йыйыл-ғанбыҙ. Статистиканы ҡарап барам, ошо ҡурҡыныс ауы-рыу арҡаһында бик күптәрҙе юғалттыҡ. Пандемия башланғандан бирле илебеҙҙә дүрт төрлө вакцина эшләп сығарылып теркәлде, күптәр уны һалдырып файҙаһын күргәндер. Унан ҡурҡырға кәрәкмәй. Беҙ ғаиләбеҙ менән эшләттек. Ауыл кешеләре прививка эшләткәндән һуң бер өс көн ауыр эштән сикләнеп, туҡланыуҙы ла контролдә тотһон ине. Вакцина эшләткәндәр ҙә ауырый, тип әйтеүселәр ҙә бар, йәшермәйем, тикшерә башлаһаң, сертификатты һатып алғандар ҙа осрай. Был юл менән һеҙ кешене үлемгә этәрәһегеҙ. Ул сир алама, шуға ла уяу булырға кәрәк. Ауырыу эләкһә, күп сығымдар ҙа талап итә. Вакцина эшләткәндәр ауырыуҙы еңел үткәрә. Шуға ла иммунитетығыҙҙы нығытығыҙ, һаҡланығыҙ, - тип медицина күҙлегенән аңлатты һәм бирелгән һорауҙарға аңлайышлы итеп яуап бирҙе.
Район Советы секретары Марсель Барый улы ла коронавирус инфекцияһы ныҡлы таралыу хәүефенә бәйле ил, республика, район кимәлендәге хәлдәр менән таныштырып, был сирҙән ҡотолоу юлы бер – вакцинация, тине. Ул шулай уҡ районда иң күп кешеләре прививка эшләткән Мораҡ, Яңғыҙҡайын, Аҡкүл ауылдарын атап үтте, булған мөмкинлекте файҙаланырға саҡырҙы.
Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова сығышында өлкән кешеләрҙе вакцина яһатырға саҡырҙы һәм уйландырырлыҡ миҫалдар ҙа килтерҙе. Салауат Түзбәков та ауылдаштары алдында һөйләп үтте һәм барыһын да вакцина эшләтергә өндәне.
Кешеләргә барлыҡ хәүефһеҙлек сараларын үтәп, прививка эшләүҙе оҙаҡҡа һуҙмағанда был сирҙең алҡымынан алырға ниндәйҙер өмөт бар кеүек. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, - тигәндәй, прививка эшләтергә кәрәклекте хәҙер күптәр аңлағандыр, моғайын.