Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ноябрь 2021, 13:55

Сәйәхәт кенә түгел...

Рәсәй йәштәре илебеҙҙе яңыса аса Күптән түгел “Көньяҡ Урал көҙө төҫтәре” проекты сиктәрендә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән студенттар Ғафури районына сәйәхәт ҡылды. Ағымдағы йылдың 7 сентябрендә Росмолодежь, Ростуризм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы, “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” АНО-һы, “Белем” йәмғиәте менән берлектә илебеҙ йәштәренең “Хыялға маршрут” онлайн трансляцияһы өсөн бушлай сәйәхәттәр программаһын бойомға ашыра башланы.

Сәйәхәт кенә түгел...
Сәйәхәт кенә түгел...

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә уҡыусылар һәм студенттар өсөн ил буйлап сәйәхәттәрҙе уңайлы итергә ҡушҡайны. Сәйәхәттәр тап ошо күрһәтмә буйынса ойошторола.

Күптән түгел “Көньяҡ Урал көҙө төҫтәре” проекты сиктәрендә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән студенттар – конкурстар еңеүселәре, активистар, КВН уйыны еңеүселәре һәм башҡалар Ғафури районына килделәр. Улар башҡорт мәҙәниәте менән яҡынданыраҡ танышыр өсөн “Табын” турбазаһында булды. Сәйәхәтселәргә башҡорт музыкаль инструменттары буйынса оҫталыҡ дәресен Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илһам Байбулдин уҙғарҙы. Көй-моңдарҙы, өзләүҙе, “Урал батыр” эпосын студенттар ҡыҙыҡһынып тыңланы. Үҙҙәре лә ҡурайҙы һыҙғыртып ҡараны, һорауҙар бирҙеләр.

“Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәк методисы Рәйлә Сабитова йәштәрҙе башҡорт милли кейеме менән таныштырҙы. Теләгәндәр этник костюмды кейеп фотоға төштө. Ҡунаҡтар башҡорт милли аш-һыуын тәмләне, хозур тәбиғәт ҡосағына аттарҙа сәйәхәт ҡылды.

“Сәйәхәт кенә түгел” проекты – йәштәргә илебеҙ төбәктәре менән автобус тәҙрәһе аша ғына түгел, ә яҡындан танышырға, урындағы мөхиткә кереп китергә мөмкинлек бирә. Проектта төбәктәрҙәге матур урындарҙа булыуҙан тыш, белем биреү-туристик квестар, университеттар, предприятиелар, ирекмәндәр хәрәкәте менән танышыу ҙа ҡаралған.

Сәйәхәт кенә түгел...
Сәйәхәт кенә түгел...
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас