Һеҙҙе һәр беребеҙ өсөн иң мөһим, иң һоҡланғыс, иң изге ғаилә байрамы - Әсә көнө айҡанлы ихлас ҡотлайым!
Әсәлек хеҙмәте - иң абруйлы һәм әһәмиәтле хеҙмәт ул. Был байрамды билдәләү әсәйҙәребеҙгә беҙгә йәшәү бүләк иткәндәре, сикһеҙ мөхәббәттәре һәм хәстәрлектәре өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткереү мөмкинлеге лә. Байрам көнөндә күп бала ҡараусы барлыҡ әсәләргә, етем йәки ҡараусыһыҙ ҡалған сабыйҙарға икенсе әсәй булыусы ҡатындарға айырыуса рәхмәтлебеҙ.
Ҡәҙерле әсәләр! Арыу-талыу белмәгән хеҙмәтегеҙ, сабыр булыуығыҙ, беҙгә өләшкән күңел йылығыҙ алдында баш эйәбеҙ. Йорттарығыҙ һәр ваҡыт бәхет һәм шатлыҡҡа тулып торһон, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ һау-сәләмәт булһын, барлыҡ хыял-маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын. Балаларығыҙ һеҙҙе уңыштары менән һөйөндөрөп, яратып, хәстәрләп торһон.
Рәмил ӘХМӘТОВ,
Муниципаль район
хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.