Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2021, 10:55

Башҡортостанда Граждандарҙы ҡабул итеү аҙнаһы башлана

Декабрҙең 1-енән 10-ына тиклем “Берҙәм Рәсәй” партияһы Рәйесе Д.А.Медведевтың Башҡортостан Республикаһындағы Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе йолаға әйләнгән Граждандарҙы ҡабул итеү ун көнлөгө уҙғара, ул быйыл Партияның 20 йыллығына арнала.

Башҡортостанда Граждандарҙы ҡабул итеү аҙнаһы башлана
Башҡортостанда Граждандарҙы ҡабул итеү аҙнаһы башлана

Был көндәрҙә Өфөләге Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе базаһында, Башҡортостан ҡалалары һәм райондарындағы урындағы ҡабул итеү бүлмәләрендә Рәсәй Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, урындағы Советтар депутаттарының ҡабул итеүҙәре буласаҡ. Шулай уҡ мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәтләндереү, экология, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, хеҙмәт ҡануниәте үтәлеше һәм башҡа мәсьәләләргә арналған тематик көндәр ойоштороласаҡ. Халыҡ төрлө ведомстволар: Халыҡты социаль яҡлау үҙәге, Пенсия фонды, Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы  вәкилдәренә һәм башҡаларға мөрәжәғәт итә, шулай уҡ бушлай юридик консультация ала аласаҡ.

“Ун көнлөктө уҙғарыу датаһы осраҡлы һайланманы – декабрҙә беҙҙең “Берҙәм Рәсәй” партияһы үҙенең тыуған көнөн билдәләй. Шуныһы айырыуса әһәмиәтле: 2021 йылда уның юбилейы – 20 йәш, - тине Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова. – Ҡабул итеү бүлмәләре һәр ваҡыт эшләп тороуға һәм һәр кеше үҙенә уңайлы ваҡытта үҙ һорауы менән партияға мөрәжәғәт итә алыуына ҡарамаҫтан, Ун көнлөк көндәрендә беҙ үҙ майҙансыҡтарыбыҙҙа төрлө тармаҡтарҙан белгестәрҙе, төрлө кимәлдәге депутаттарҙы бергә йыябыҙ. Был ҡабул итеүҙәрҙе мөмкин тиклем киң һәм һөҙөмтәле итеп уҙғарырға, һәр кемгә үҙ мөрәжәғәтенә тулы яуап йәки аныҡ ҡарар алырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, беҙ халыҡтың ниндәй үтенестәр менән килгәнен күрәбеҙ һәм ҡайҙа нимәне көсәйтергә, эшләп еткерергә икәнен аңлайбыҙ”.

Ун көнлөк саралары республика буйынса барлыҡ 70 йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе майҙансыҡтарында ла уҙасаҡ. Шулай уҡ төпкөл тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр өсөн “Кесе Ватандың хоҡуҡи мәҙәниәте” проекты сиктәрендә граждандарҙы күсмә ҡабул итеүҙәр ҙә ойоштороласаҡ.

Күҙмә-күҙ ҡабул итеүҙәрҙән тыш, һорауҙарҙы телефон аша йәки онлай тәртиптә лә бирергә мөмкин буласаҡ. Ҡабул итеүгә +7(347)226-78-28 телефоны аша алдан яҙылырға йәки өҫтәмә мәғлүмәт алырға була.

Шулай уҡ был көндәрҙә Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттарында тематик тура эфирҙар үтәсәк, уларҙа депутаттар, йәмәғәтселек фекере лидерҙары, блогерҙар ҡатнашасаҡ.

Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостанда Граждандарҙы ҡабул итеү аҙнаһы башлана
Башҡортостанда Граждандарҙы ҡабул итеү аҙнаһы башлана
Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас