Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының “Нөктә ТВ” телестудияһы корреспонденты Алһыу Ғәлимова Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған “Диктор тауышы” республика конкурсында ҡатнашҡан. Быйыл ҙур кимәлдә уҙған сарала төп талап - журналист маһирлығын, дикторлыҡ һәләтен күрһәтеү була. Төрлө райондарҙан йыйылған 81 уҡыусы араһынан 18-е финалға сығып, дүрт беренсе урын билдәләнгән.
Бөгөн Учалы ҡалаһында бүләкләнгән 14 уҡыусы араһында Алһыу Ғәлимова ла бар. Алһыу лайыҡлы сығыш яһап 3-сө урын яулаған! Һәләтле ҡыҙға “Афарин!” тип яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!