+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2021, 22:40

Башҡортостан почта бүлексәләрендә Ҡыш бабай почтаһы эшләй

Рәсәй почтаһы Ҡыш бабайға хаттар өсөн Яңы йыл почтаһы асты. Теләктәрегеҙ яҙылған хаттарҙы почта йәшнигенә 1 декабрҙән 31-нә тиклем төшөрөргә була.

Башҡортостан почта бүлексәләрендә Ҡыш бабай почтаһы эшләй
Башҡортостан почта бүлексәләрендә Ҡыш бабай почтаһы эшләй

Байрамса биҙәлгән почта йәшниктәре үҙәк һәм эре почта бүлексәләрендә ҡуйылған. Шулай уҡ Ҡыш бабайға хатты һәр почта бүлексәһендә лә ебәрергә була. Бының өсөн конвертҡа марка йәбештереп,  “162390, Россия, Вологодская область, Город Великий Устюг, “Дом Деда Мороза” тип яҙырға кәрәк.

Почта хеҙмәткәрҙәре көн һайын Яңы йыл хаттарын алып, Ҡыш бабай резиденцияһына ебәрә. Былтыр Рәсәй почтаһы Бөйөк Устюг ҡалаһына өлкәндәр һәм балаларҙың теләктәре яҙылған 221 меңдән ашыу хат ебәргән.

Башҡортостан почта бүлексәләрендә Ҡыш бабай почтаһы эшләй
Башҡортостан почта бүлексәләрендә Ҡыш бабай почтаһы эшләй
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: