Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2021, 10:45

Ташламалы хаҡҡа яҙылығыҙ!

6 декабрҙән 16-һына тиклем гәзит-журналдарға яҙылыуҙың ташламалы осоро үтә.

Яңғыҙҡайындан Рауил Хисмәтуллин гәзиткә яҙылып отҡан бүләген редакциянан шатланып килеп алды.
Фото: Яңғыҙҡайындан Рауил Хисмәтуллин гәзиткә яҙылып отҡан бүләген редакциянан шатланып килеп алды.

Хөрмәтле райондаштар! Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Киләһе йылда ла “Табын”лы булыр өсөн гәзиткә яҙылып ҡалырға ашығығыҙ.
“Аҙна һайын бүләк” отошо дауам итә. Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы һөҙөмтәләре буйынса декабрь аҙағында төп еңеүселәр билдәләнеп, улар мультиварка, термопот, блендер, һауыт-һаба йыйылмаһы һәм башҡа бүләктәр отасаҡ. Сираттағы аҙна еңеүсеһе Игенйылға ауылынан Н.Ҡотлозаманованы дүшәмбе көнө 11.00 сәғәттә редакцияла көтәбеҙ.
“Табын”ға ярты йылға яҙылыу ташламалы ун көнлөктә 816 һум 12 тин тора. Гәзиттең электрон варианты – 708 һум 38 тин. Красноусолда йәшәүселәр (”Новоселок” биҫтәһенән тыш) “Табын”ға 732 һумға яҙыла ала.
“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!

 

Ташламалы хаҡҡа яҙылығыҙ!
Ташламалы хаҡҡа яҙылығыҙ!
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас