Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2021, 15:20

Туған тел ғаиләнән башлана

«Туған тел ғаиләнән башлана» проекты мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн бирелгән Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлә. Проекттың маҡсаты — башҡорт телен популярлаштырыу һәм һаҡлау. Ул М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры булышлығында тормошҡа ашырыла.  

Туған тел ғаиләнән башлана
Туған тел ғаиләнән башлана

Проекттың авторҙары — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев һәм «Сируси», «Өс хат», «Кластан тыш дәрес» фильмдары буйынса билдәле кинорежиссер Руслан Юлтаев, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының әҙәбиәт бүлегенең баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова.

«Беҙ 2-5 минутлыҡ бер нисә видеоролик төшөрҙөк. Донъяла 7 меңдән ашыу тел иҫәпләнә, уларҙың яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Тамашасыларға башҡорт телен һаҡлауҙың һәр беребеҙгә бәйле икәнен еткерергә теләйбеҙ. Баланы бәләкәйҙән, уның теле асылғандан алып, туған телендә тәрбиәләргә кәрәк. Был видеороликтар интернетта таратыла, Башҡортостан Республикаһы телеканалдарында һәм төрлө структураларҙың рәсми сайттарында күрһәтелә», — тине проект етәксеһе Хөрмәтулла Ғаззали улы.

Әле сюжетлы роликтар өҫтөндә эш тамамланып килә. Видеороликтарҙа актерҙар Миңзәлә Хәйруллина, Илсур Байымов, Хөрмәтулла Үтәшев, Артур Ҡунаҡбаев, Руслан Ғәлимов, Милена Сираева, Зиләрә Юлтаева, Алһыу Бәхтиева, Ирада Ҡадирова, Айнур Ғәбитов, Лилиә Сәғитова, Илүзә Итекәйева, актерҙарҙың балалары – Гүзәлиә Ғәлимова, Әмир Ишаев, Айлина Ҡәйүмова һәм шағирә Лариса Абдуллина ҡатнаша.

«Донъяла телдәр юғала бара. Тимәк, улар менән бергә тотош халыҡтарҙың йолалары һәм мәҙәниәте бөтөнләйгә юҡҡа сыға. Туған телдең балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, институттарҙа өйрәнелеүе бик мөһим, әлбиттә. Ләкин ата-әсәләр өйҙә балалары менән туған телендә һөйләшә башламаһа, телде һаҡлау бурысын үтәү мөмкин түгел. Әгәр видеосюжеттар кешеләрҙе ошо хаҡта уйланырға мәжбүр итһә, был беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш булыр», – тип билдәләне Руслан Юлтаев.
Башинформ.
Туған тел ғаиләнән башлана
Туған тел ғаиләнән башлана
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас