Муниципаль район хакимиәте районда эшләүсе ауыл хужалығы предприятиеларын, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын, шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусыларҙы йәрминкәлә әүҙем ҡатнашып, үҙҙәре етештергән ауыл хужалығы продукцияһын һатырға саҡыра.
Йәрминкәлә ҡатнашырға теләүселәрҙең 2-24-49 телефоны буйынса район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлегенә йәки үҙ ауыл биләмәһе хакимиәттәренә мөрәжәғәт итеүҙәре һорала.
Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау өсөн санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәп, шәхси һаҡланыу сараларын онотмаҫҡа саҡырабыҙ.