Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Декабрь 2021, 10:15

Мәҙәниәт усаҡтарын балҡытып

8 декабрь мәҙәниәт министрлығы һәм район хакимиәте ярҙамы менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә заманса ҡорамалдар, сәхнә кейемдәре менән матди базаһы тулыландырылған Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йортон презентациялау үтте.

Мәҙәниәт усаҡтарын балҡытып
Мәҙәниәт усаҡтарын балҡытып

Был сарала “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектының йәмәғәт советы, Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе Александр Владимирович Кузьменко, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектының йәмәғәт советы, "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (Конгресы)" йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы ағзаһы Гөлназ Вәкил ҡыҙы Аҡназарова, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәмил Кинйәбаев, район Советы һәм Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов ҡатнашты.

Федераль грант аҡсаһына бойомға ашырылған проект сиктәрендә Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортона заманса яҡтыртыу ҡорамалдары, тауыш көйләү аппаратураһы, “Әхирәттәр” йыр ансамбленә сәхнә кейемдәре, ҡатын-ҡыҙҙар йыр ансамбленә сәхнә күлдәктәре, фольклор төркөмөнә милли кейемдәр, балалар бейеү ансамбленә бейеү костюмдары, профессиональ фотоаппарат, компьютер, принтер, ноутбук, мультимедиялы экран, проектор, тирмә алынған.

Ауылдарҙағы мәҙәниәт усаҡтарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты мәҙәниәтте үҫтереүгә, халыҡтың үҙенсәлекле мәҙәниәтен һаҡлауға һәм киләсәк быуынға тапшырыуға булышлыҡ итә.

 

Мәҙәниәт усаҡтарын балҡытып
Мәҙәниәт усаҡтарын балҡытып
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас