Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2021, 22:10

“Алтын тирмә”лә – гимназистар!

Бөгөн Башҡорт теле марафоны  сиктәрендә үткәрелгән Ихласлыҡ көнөндә Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатына  "Алтын тирмә" бәйге-уйыны үтте.

“Алтын тирмә”лә – гимназистар!
“Алтын тирмә”лә – гимназистар!

"Башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы һәм аш-һыуы" темаһына уҙғарылған викторина башҡорт милли ризығы традицияларын өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы.

7 класс уҡыусылары бишәр кешенән 3 командаға бүленеп, исем, девиз һайлаған. 2 турҙа уҙған уйында уҡыусылар алып барыусының һорауҙарына яуап бирҙеләр. Дөрөҫ яуаптарға тәңкәләр һалынып барҙы. Беренсе турҙа командалар телдән һорауҙарға яуап бирһә, икенсеһендә категориялар буйынса һорауҙарға яуап эҙләнеләр. Ҡатмарлыраҡ һорауҙар юғарыраҡ балл менән иҫәпләнде. Иң күп тәңкә-мәрәй йыйған 7 А класы уҡыусылары еңеү яуланы. Икенсе урында – 7В, өсөнсөлә 7Б класы уҡыусылары булды. Уйын бик ҡыҙыҡлы, йәнле барҙы. Балалар үҙҙәре өсөн файҙалы мәғлүмәттәр алды.

Викторина үткән зал башҡорт тирмәһе һымаҡ итеп көнкүреш әйберҙәре, һигеҙенселәр тырышып әҙерләгән милли аш-һыу ҡуйылған өҫтәлдәр менән биҙәлгәйне.

Уйында балалар бергә, кәңәшләшеп эшләргә өйрәнде, берҙәм булғанда ғына иң ауыр һорауҙарға ла яуап табып булғанлығын төшөндөләр.

“Алтын тирмә”лә – гимназистар!
“Алтын тирмә”лә – гимназистар!
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас