

Бөгөн, йәғни 13 декабрҙә И.Ә. Шәрипов менән Л.С. Йәнбәкова 5 “В” һәм “А” кластарҙа тарих фәненән дәрес бирҙе. Жюри Э. Х.Кинйәбулатованың 4 “В”-ла рус теленән, Ф.И.Баһауетдинова (4“А”) менән Г.С. Кулагинананың (2 “А”-ла) тирә-яҡ мөхит фәненән асыҡ дәрестәрен ҡараны. Иртәгә Д.Ф. Әбсәләмова менән А.Ә.Ҡолманова - математиканан, Л.В.Большакова менән А.Х.Камолова – рус теленән, Н.Ф.Аҡҡөбәкова, З.Ш.Аҫылбәкова, Б.Р.Шәрипов башҡорт теленән асыҡ дәрестәр күрһәтәсәк. Бәйгеселәрҙең ҡалғандары һынауҙы үҙҙәренә тәғәйен көндәрҙә үтәсәк.
Һәр уҡытыусы – ижади эшләүсе шәхес, дәрестәрен ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеү, уҡыусыларына теманы аңлайышлы итеп асып биреү өсөн эҙләнә, үҙе генә белгән алымдарға таяна. Уҡытыусыға үҙ эшен яҡшы белеү генә етмәй, ә таныш түгел балалар менән уртаҡ тел табып, теманы аса белеү, уларҙың аңына еткерә алыу уҡытыусынан ҙур оҫталыҡ талап итә. Бына ошонда күренә лә инде уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығы, балаларға төплө белем бирә алыуы. Баһа ла методиканы төплө белеүгә, оҫталыҡҡа ҡарап ҡуйыла.