Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2021, 10:35

Аҙналыҡ йәнле үтте

Ғафури районы муниципаль районы мәғариф бүлеге буйынса һәр мәктәптә, балалар баҡсаһында “Ете аҙым” марафоны аҙналығында бик күп саралар уҙғарылды, Башҡорт теле көнөнә арналған саралар алдан төҙөлгән план буйынса башҡарылды. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә район уҡытыусыларының “Туған телем - башҡорт теле” төркөмөндә уҡытыусылар, тәрбиәселәрҙең һәр эшләнгән эштәре, бөтә сығыштары ҡуйыла бара. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар “Аҡмулла диктанты”н яҙыуҙа әүҙем ҡатнаштылар.

Аҙналыҡ йәнле үтте
Аҙналыҡ йәнле үтте

Барлыҡ саралар ҙа уҡыусыларҙы башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһындырыу уятыу, һөйөү тәрбиәләү маҡсатын тотто. Аҙналыҡ М.Аҡмулланың ижадына бағышланғас, шағирҙың әҫәрҙәренә иғтибар ҙур булды. Мәҫәлән, китапханаларҙа уға бағышланған күргәҙмә эшләне, балалар ҡыҙыҡһынып уның ижады, тормош юлы менән таныштылар һәм өйрәнделәр, шиғырҙарын һөйләү буйынса онлайн флеш-моб үтте.
Район мәктәптәре араһында “Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты” тигән онлайн конкурс иғлан иттек. Бөтәһе 12 мәктәп ҡатнашты, әле урындар билдәләнә.
Мәктәптәрҙә эшләнгән эштәр бихисап булды, мәҫәлән, Красноусол башҡорт гимназия-интернатында 5-9-сы кластар араһында М.Аҡмуллаға бағышланған йөкмәткеле һәм әһәмиәтле һүрәттәр күргәҙмәһе ойошторолдо. 40-ҡа яҡын гимназист был конкурста үҙ көсөн һынап ҡараны. Еңеүселәр билдәләнде. Мәғрифәтсе-шағирҙың әҫәрҙәрен яттан һөйләү буйынса башланғыс кластар ҙа, 5-11-се класс уҡыусылары ла бик әүҙем булды.
Аҙналыҡ сиктәрендә төрлө конкурстар, бәйгеләр үткәрелде. 5-се кластар өсөн “Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө” исемле уйын-ярыш үтте. “Башҡорт теле – аҡыл теле” девизы аҫтында үткән сарала уҡыусылар мәҡәлдәр, әйтемдәр, һынамыштар йыйҙылар, таптылар, дәрес ваҡытында бер-береһенә өйрәттеләр.
Красноусолдағы 1-се мәктәптә башҡорт теленә арналған стенд, раскладушка, кабинет йыһазландырылған, “Түңәрәк өҫтәл” (8 “Б” класс), кабинеттар конкурсында ҡатнашҡандар, уҡыусылар онлайн шиғырҙар уҡыған, сығыштар яһағандар. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар флеш-мобта ҡатнашҡан, уҡыусылар йырҙар өйрәнгән. Аҡмулла темаһына диктант яҙғандар, ҡотлау открыткаһы һәм видео ролик эшләгәндәр.
Район китапханаһында уҙған сараға барғандар, башланғыс кластарҙа тел тураһында шиғырҙар уҡылған.
Табын мәктәбе уҡыусылары А.Фәтҡуллин, К.Алмаҡаева “Минең әкиәт” конкурсында ҡатнашҡан, “Аҡмуллаға эйәреп” конкурсына И.Фәхриева (10 кл) эссе ебәргән. Шулай уҡ М.Аҡмуллаға арналған стенд эшләнгән. 8-се, 4-се кластар “Иман” һүҙенә шиғыр яҙған. Кабинеттар конкурсына видео төшөрөп ебәргәндәр. “Күңел” төшөнсәһенә гәзит-журналдарҙағы мәҡәләләр менән танышҡандар, һүрәттәр конкурсы үткән. 7-се кластар Аҡмулла тураһында презентация ҡараған. “Аҡыл” һүҙе булған мәҡәләләр конкурсы, ребустар эшләгәндәр. 6-сы кластарҙа “Тел бәйгеһе” ярышы үткән. И.Фәхриева (10 кл.) Аҡмулла темаһына диктант яҙған, 14 декабрҙә иһә 7-се класта башҡорт теленә арналған әҙәби-музыкаль кисә үтә.
Дөйөм алғанда, райондың бар мәктәптәре лә тиерлек Башҡорт теле аҙналығын бай йөкмәткеле, уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле итеп үткәреүгә етди ҡараны тип әйтергә була.
Әлфиә ШАҺИЕВА,
район мәғариф бүлеге методисы.

Аҙналыҡ йәнле үтте
Аҙналыҡ йәнле үтте
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас