Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Декабрь 2021, 09:00

Афарин, Илшат!

Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы, "Быҙыбыт" өлгөлө бейеү коллективы солисы Илшат Ҡотовҡа "Бишбармаҡ" еңеү килтерҙе.

Афарин, Илшат!
Афарин, Илшат!

Бәләкәйҙән бейергә яратҡан һәләтле бейеүсе Өфөлә уҙған "Башҡортостан таланттары" X Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсында 2-се дәрәжә Диплом менән бүләкләнде. Илшат конкурста шаян башҡорт бейеүе "Бишбармаҡ"ты башҡарҙы. Абруйлы жюри ағзалары уның сығышын юғары баһалап, 2-се дәрәжә Диплом менән бүләкләне. Афарин! Уңыштар теләйбеҙ һиңә, Илшат!

Афарин, Илшат!
Афарин, Илшат!
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас