

Яңы йыл алды – уҙып барған йылға йомғаҡ яһауҙың тап мәле. Йыл ябай ғына булманы, әммә районда күп эштәр башҡарылды. Районыбыҙҙың нисек үҫешеүе, урындарҙа проблемалар нисек хәл ителеүе тураһында гәзитебеҙгә Ғафури районы хакимиәте башлығы Ф.Сыңғыҙов һөйләне. Фәнзил Фәйез улы йыл буйына төрлө тармаҡтарҙа башҡарылған эштәргә баһа бирҙе һәм алда торған йылға ҡайһы бер пландары менән уртаҡлашты.
- Фәнзил Фәйез улы, Ғафури районы өсөн уҙған йыл, тотош алғанда, нисек булды?
- Һис шикһеҙ, пандемияның беҙҙең тормошобоҙға, социаль-иҡтисади күрһәткестәргә йоғонто яһамауы мөмкин түгел ине. Әммә, барлыҡ ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, быйыл ғафуриҙар бына тигән итеп эшләне, тип иҫәпләйем.
Комфорт – һәр кемгә
- Тамамланып килгән йылда төп тырышлыҡ муниципалитеттағы ҡайһы йүнәлештәргә һалынды?
- Төрлө өлкәләрҙә бик күп эшләнде, әммә төп көс, әлбиттә, халыҡ өсөн комфортлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелде.
Районда торлаҡ төҙөлөшө дауам итә. 2021 йылдың ғинуар – ноябрендә 18349 кв. метр торлаҡ файҙаланыуға индерелде, шул иҫәптән 16358,7 кв. м индивидуаль төҙөүселәр тарафынан төҙөлдө. 141,3 кв. м майҙанлы 4 фатирлы блокланған йортто төҙөү тамамланды.
Быйыл 24 ғаилә дәүләт ярҙамы алып, дөйөм 20 млн. 344 мең һум суммаға торлаҡ шарттарын яҡшыртты.
Автомобиль юлдарын тотоу, йүнәтеү һәм реконструкциялауға, соҡор ремонтына 216,7 млн һум йүнәлтелде. Был 22,3 км юл өҫлөгөн йүнәтергә, район тораҡ пункттарында 34 урамдың юлдарына ҡомташ һибергә, 6,8 мең кв. м майҙанда соҡор ремонты үткәрергә, Имәндәш-Таш-Аҫты автомобиль юлын асфальтларға мөмкинлек бирҙе.
"Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль программаһы сараларын бойомға ашырыу сиктәрендә Красноусолда Коммунистик урамындағы аллеяны төҙөкләндереү буйынса эштәр тамамланып, хәҙер беҙҙә районыбыҙҙа йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн яҡтылыҡ-динамиклы фонтаны булған тағы бер төҙөкләндерелгән ял итеү зонаһы барлыҡҡа килде. Сәйетбабала Еңеү паркын төҙөкләндереү буйынса эш дауам итә. Был проекттарҙы финанслауҙың дөйөм суммаһы – 9 млн. 645 мең һум.
Районда газ бүлеү селтәрҙәре булған ауылдарҙың урамдарына газ үткәреү бу-йынса киң ҡоласлы эш алып барыла. Газ килтереп еткереү социаль программаһы ярҙамында кешеләр үҙҙәренең ер участкаһы сигенә тиклем газды бушлай килтереп еткереү мөмкинлеге алды. Ә был райондың 46 тораҡ пунктында 3500-ҙән ашыу йорт хужалығы тигән һүҙ. Бөгөнгө көнгә Антоновка ауылында, Красноусолдың “Лубат” биҫтәһендә газ селтәрен монтажлау, асылда, тамамланды.
"Берҙәм Рәсәй" партияһының “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса 3 миллион һумдан ашыуыраҡ суммаға һайлаусыларҙың 11 наказын бойомға ашырҙыҡ. Ташлы мәктәбе ҡыйығына, Яңғыҙҡайын мәктәбенең инеү урынына, Түбәнге Ташбүкән һәм Йөҙимән мәктәптәренең ҡоймаларына ағымдағы ремонт үткәрҙек, Имәндәш, Юлыҡ мәктәптәренең һәм Оло Үтәш ауылы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһының тәҙрә блоктарын алмаштырҙыҡ. Красноусол башҡорт гимназия-интернатында йыһаздарҙы яңырттыҡ, кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин иттек. Мәндем ауыл клубына музыка ҡорамалдары һәм ноутбук һатып алдыҡ. Ошо уҡ программа сиктәрендә Красноусол ауылында урам яҡтыртҡыстары һатып алдыҡ.
- Тәбиғәт көйһөҙлөгө арҡаһында аграрийҙар өсөн дә йыл ябайҙан булмағандыр?
- Эйе. Аграрийҙарға ауыр һауа шарттарында эшләргә тура килеүгә ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәребеҙ уҙып барған йылды һәйбәт кенә һөҙөмтәләр менән тамамлай, үҫтерелгәнде һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләнеләр. Бөтә категория хужалыҡтар буйынса тулайым ауыл хужалығы продукцияһы ағымдағы йылдың 11 айында, уҙған йылға ҡарата 100,2 % үҫеш менән, 2 млрд. 644 млн. һум тәшкил итте.
Бөтә төр мал һаны, малсылыҡ продукцияһы етештереү кеүек үк, бер аҙ үҫеш менән бара. Ауыл хужалығы кооперативтары тарафынан икмәк-ҡалас ризыҡтары, ит ярымфабрикаттары, кондитер ашамлыҡтары етештереү артты.
Беҙҙең хужалыҡтар маҡсатлы Республика программаларында, конкурстарында әүҙем ҡатнаша, үҙ үҫешенә гранттар ала. Мәҫәлән, “Урожай - 2021” республика конкурсы йомғаҡтары буйынса “Агрохим” ауыл хужалығы предприятиеһы ЯСЙ-е механизаторы Илфат Ғәлиәхмәтов иген урып-һуғыу комбайнының иң яҡшы операторы булды. Конкурста еңгәне өсөн ул юлһыҙ ерҙән йөрөүсе “Лада Нива” автомобиле асҡысын алды.
Мәғариф өсөн
“Үҫеш нөктәләре”
- Ғафури мәғарифы өсөн был йыл тағы ниндәй ваҡиғалар менән иҫтәлекле булды?
- Был тармаҡта төрлө проекттарҙы бойомға ашырыу йәһәтенән әүҙем эшләнек. Мәҫәлән, “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ағымдағы уҡыу йылында биш мәктәптә (Красноусолдағы 1-се һәм Сәйетбаба мәктәптәрендә булғандарына өҫтәп) Яңғыҙҡайын, Аҡкүл, Еҙем-Ҡаран, Ҡарағай, Йөҙимән мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәләре" асылды.
“Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проекты сиктәрендә Еҙем-Ҡаран һәм Табын ауылы мәктәптәре кабинеттары компьютер ҡорамалдары, юғары тиҙлекле Интернет селтәре менән йыһазландырылды. Алдараҡ Красноусолдағы 2-се һәм 3-сө мәктәптәр шулай йыһазландырылғайны.
“Һәр баланың уңышы” төбәк проекты буйынса Юлыҡ мәктәбе спорт залына капиталь ремонт уҙғарылды (элегерәк ошо проект буйынса райондың 7 мәктәбе спорт залдары ремонтланғайны).
2021 йылда йәнә 4 мәктәп автобусы алдыҡ. Улар Красноусолдағы 2-се һәм 3-сө, тағы ла Бурлы һәм Сәйетбаба мәктәптәре уҡыусыларын йөрөтә.
Мәғариф учреждениеларында дөйөм алғанда ярайһы ҙур күләмдә ремонт эштәре башҡарылды. Красноусол ауылында “Әкиәт” балалар баҡсаһы бинаһына капиталь ремонт, шулай уҡ ихата биләмәһен төҙөкләндереү тамамланыуын билдәләп үтәм, уларға финанслау күләме 20,6 млн. һум тәшкил итте; Юлыҡ мәктәбенең спорт залын капиталь ремонтлау, спорт залы ҡыйығын йүнәтеү тамамланды.
Шуныһы шатлыҡлы: 2022 йылда Красноусол башҡорт гимназия-интернаты “Дөйөм белем биреү ойошмалары бинаһын капиталь ремонтлау программаһын бойомға ашырыу” проектына инеп, уның бинаһын ремонтлауға һәм биләмәһен төҙөкләндереүгә 47,4 млн. һум аҡса бүленәсәк.
Мәҙәниәт усаҡтары матурая
- Мәҙәниәт учреждениелары бу-йынса нимәләр әйтерһегеҙ: ремонт, ҡорамалдар менән йыһазлау йәһәтенән ниәтләнгәндәрҙең барыһын да үтәп булдымы? Ғафури артистары өсөн йыл ниндәй уңыштар менән билдәләнде?
- Ауыл клубтары һәм мәҙәниәт йорттарының матди-техник базаһын нығытыуға урындағы бюджеттан 2 млн. һум тирәһе аҡса йүнәлтелде.
Ҡаранйылға ауылында клубтың тәҙрә блоктарын һәм ҡыйығын алыштырҙыҡ. Жәлил Кейекбаев музейы биләмәһендә ғалимдың 110 йыллыҡ юбилейына ҡарата уға яңы бюст ҡуйҙыҡ.
Уҫман ауылында элекке мәктәп бинаһының ҡыйығын алмаштырҙыҡ, унда клуб асырға планлаштырабыҙ. Әле Ташбүкән ауыл мәҙәниәт йорто бинаһының йылытыу системаһын алмаштырыу эше башланып тора.
“Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә 4,5 млн. һум грант алып, Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортон яңырттыҡ.
Яңғыҙҡайын ауыл клубы “Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы” булараҡ 113 мең һум грант отоп, был аҡсаға яңы костюмдар һатып алынды.
Артистарыбыҙҙың ҡаҙаныштарына килгәндә, 2021 йылда юғары бүләктәргә лайыҡ булдылар: “Төлкәҫ” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (“Милли мәҙәниәттәр көнө” Төбәк конкурсында Гран-при); “Эксклюзив” өлгөлө хореография коллективы (“Бейеү ағымы” XII Халыҡ-ара хореография фестиваль-конкурсында 2-се дәрәжә дипломант); “Ғафури” халыҡ театры (һәүәҫкәр театр коллективтарының “Театраль Стәрлетамаҡ” Ҡала асыҡ фестивалендә 1-се дәрәжә лауреаты) һәм башҡалар.
Иң яҡшы унау иҫәбендә
- Иҡтисади өлкә үҫешенең этәргесе – ул инвестиция сәйәсәте. Районда ниндәй ҙур проекттар бойомға ашырыла һәм киләсәккә нимәләр планлаштырыла?
- Әлеге ваҡытта Ғафури районында 870 мил. һум суммаға бөтәһе 29 инвестиция проекты ғәмәлдә ашырыла. Планда – тағы ла 928 млн. һумлыҡ 22 проектты тормошҡа ашырыу.
Быйылғы иң ҙур проекттарҙан билдәләп үтер инем: Ватан ауылында “Восход-СТ” ЯСЙ-е бер-нисә инвестиция проектын тормошҡа ашыра һәм яҡын йылдарға яңыларын планлаштыра. Проекттарының дөйөм суммаһы – 230 млн. һумдан ашыу (быйыл 100 млн. һум тирәһе үҙләштерелде); “Тереһыу” ЯСЙ-е тарафынан эсәр һәм минераль һыу етештереү һәм ҡойоу модернизациялана (300 млн. һумлыҡ); Красноусолда Совет һәм Аэродром урамдарында 2 супермаркет (ШЭ Йосопова Ф.Р., инвестиция күләме – 70 млн. һум) төҙөлөшө тамамланды; Мәндем ауылында бағыр хужалығында балыҡ үрсетеүҙе (ШЭ Игбердин Р.Р., 20 млн. һум).
Һанап үтелгән һандарҙы иҫәпкә алып, инвестиция климаты буйынса муниципалитеттар рейтингы йомғаҡтары буйынса 9 айҙа район 42 ауыл районы араһында 10-сы урын алды.
Туризм – киләсәкле тармаҡ
- Әле республикала туризм әүҙем үҫешә. Ғафури районына ла был йүнәлеш хасмы?
- Һәр ваҡыт әйтә киләм: беҙҙең райондың туристик потенциалы бик көслө, уны ғафуриҙарҙың үҙҙәре файҙаһына тормошҡа ашырырға мөмкин һәм кәрәк. Беҙ шулай итәбеҙ ҙә. Әле яңы ғына йәмле Еҙем йылғаһы буйында Таш-Аҫты ауылы эргәһендә өр-яңы туриндустрия объекты барлыҡҡа килде. Ул – эшҡыуар Илшат Бәхтийәровтың “Һарыташ” туристик базаһы, ҡунаҡхана сервислы, барлыҡ уңайлыҡтары булған, ҡыуышҡа оҡшатып эшләнгән йорттарҙан торған глэмпинг комплексынан ғибәрәт.
Туризм өлкәһендә эшләүсе 4 эшҡыуар быйыл 9 млн. һумдан ашыу суммаға глэмпинг асыуға гранттар алды: Мәндем ауылында “Урмандағы автобус” турис-тик приюттар селтәре; Красноусолда “Йәшлек” паркында “Тубырсыҡтар” эко-комплексы; Free-Dom эко-модулдәре базаһында эко-ҡунаҡханалар.
Бер төптән эшләп, был өлкәлә күп кенә башланғыстарҙы бойомға ашыра һәм районда киләсәктә әүҙем индереләсәк яңыларын башлай алдыҡ. Ҡауарҙы ауылында тау саңғыһы комплексы төҙөү, Имәндәш ауыл советы биләмәһендә бағыр хужалығы асыу һәм башҡа идеялар бар, уларҙы тормошҡа ашыра алырыбыҙға ышанғы килә.
2022 йылға Ғафури районында “Торатау” геопаркын үҫтереү буйынса пландарыбыҙ ҙур, уға Курорт ауылында виза үҙәге төҙөлөшө һәм “Красноусол” шифаханаһы эргәһендә Көгөш йылғаһы яр буйын төҙөкләндереү инә.
Планда тағы ла ойошҡан туризмды үҫтереүгә йәнә бер аҙым - ял көнө маршрутын эшләтеп ебәреү бар. Бының өсөн уның маршруты раҫланып, туристик сәфәргә тәғәйенләнгән микроавтобус һатып алынды ла инде.
Наградаларға бай йыл
- Районда эшҡыуарлыҡ өлкәһе нисек үҫешә?
- Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъ-екттары иҫәбе бер йылда 26-ға артып, 615-кә еткән. Тағы 590 Ғафури кешеһе ағымдағы йылда үҙмәшғүл булараҡ теркәлгән. Беҙ аҙна һайын «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында кәңәшмәләр үткәрәбеҙ. Ағымдағы йылда улар 36 үткәрелеп, уларҙа 106 проект ҡаралды. Уларҙың 16-һы тормошҡа ашырылды, 15-е тормошҡа ашырыласаҡ һәм 75-ен бойомға ашырыу планлаштырыла. Эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү муниципаль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ағымдағы йылда урындағы бюджеттан - 800 мең һум, республика бюджетынан 1 миллион 611 мең 848 һум аҡса бүленде. Аренда һәм коммуналь түләүҙәр, ҡорамалдар һатып алыу, лизинг түләүҙәре һәм сеймалға сығымдар менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау маҡсатында 12 эшҡыуарлыҡ субъектына ярҙам күрһәтелде.
Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығы уҙғарған «Йыл һалым түләүсеһе» конкурсында райондан ете һалым түләүсе ҡатнашты, уларҙың бишәүһе еңеүсе булды. Улар - шәхси эшҡыуарҙар Николай Фомин (эшкәртеү производствоһы), Рөстәм Ибраһимов (ауыл хужалығы), Жанна Хизбуллина (сауҙа), шулай уҡ «Сифат тирмәне» һәм «Алтын ҡурай» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең мәктәп туҡланыуы аутсорсерҙары.
«Йылдың иң яҡшы социаль проекты» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы сиктәрендә «Социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә иң яҡшы социаль эшҡыуарлыҡ проекты» номинацияһында «Изгелек шишмәһе» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Розалия Рахманғолова еңеүсе булды. Табын ауылында оло йәштәге граждандар һәм инвалидтар өсөн пансионаттың стационар бүлексәһен асыу буйынса «Изге йорт: аҙ хәрәкәт иткән граждандарға, ауыр сирле кешеләргә һәм уларҙың туғандарына комплекслы ярҙам» проекты еңеүсе булды.
Был проект Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм «Изгелек шишмәһе» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы араһында концессия килешеүе сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Ул Татар Саскүле ауылында ла пансионат бүлексәһен асыуҙы күҙ уңында тота. Красноусол ауылынан шәхси эшҡыуар Татьяна Петровская «Йыл эшҡыуары - 2021» конкурсы финалсылары иҫәбенә инде.
Күберәк проекттар - күберәк аҡса
- Районға күп мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн өҫтәмә средстволар йәлеп итергә мөмкинлек биргән төрлө программаларҙа ҡатнашыу бөгөн перс-пективалы һәм кәрәкле. Был өлкәлә ниндәй һөҙөмтәләр бар?
- 6 йыл Ғафури районы Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында әүҙем ҡатнаша. Дөйөм суммаһы 54,8 миллион һумлыҡ 49 проект тормошҡа ашырылды. БР средстволарынан 36,4 млн. һум йәлеп ителде, бағыусылар һәм халыҡ 9,8 млн. һум аҡса һалған, 8,6 млн. һум суммаға муниципаль район бюджетынан средстволар йүнәлтелде. 2021 йылда ғариза биргән 15 ауыл биләмәһенең 14-е еңеп сыҡты. Һайланған проекттарҙың дөйөм хаҡы 17,3 миллион һум тәшкил итәсәк. БР-ҙан субсидия суммаһы - 11,3 млн. һум, муниципаль район бюджетынан өҫтәлмә финанслау 3,5 млн. һум тәшкил итте, халыҡ һәм бағыусылар яғынан 2,5 млн. һум аҡса йәлеп ителде.
Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар булдырыу буйынса ла районда уңышлы эш алып барыла. 2020 һәм 2021 йылдарҙа беҙҙә 18 яңы коммерцияға ҡарамаған ойошма теркәлгән, ә районда улар бөтәһе 21 - ошо күрһәткес буйынса республика район-ҡалалары араһында алдынғы урындабыҙ! Ошо ойошмаларҙың әүҙем эшмәкәрлек алып барыуы, төрлө грант конкурстарында уңышлы ҡатнашыуы тағы ла ҡыуаныслыраҡ. Улар 97 проект әҙерләгән, 28-е еңеү яулаған һәм 23 миллион 860 мең һум күләмендә грант ярҙамы алған. Бөгөнгә 15 еңеүсе проект бойомға ашырылған да инде, ҡалғандары ғәмәлгә ашырылыу өҫтөндә.
Ғафури районында тағы бер уңышлы тормошҡа ашырылған программа - 2021 йылдың 1 мартында эшләй башлаған «Атайсал» яҡташтар берекмәһендә үҙ-ара ярҙам проекты. Проектты тыуған төйәгенең яҙмышына битараф булмаған Ғафури районының уңышлы кешеләре әүҙем хупланы.
Дөйөм алғанда, төрлө конкурстарҙа һәм программаларҙа ҡатнашыу арҡаһында район ауылдарында балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килде, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына обелискылар яңыртылды, шишмәләр төҙөкләндерелде, мәҫәлән, Ҡотлоғужа ауылындағы барыһына ла билдәле “Баш һыуы”, ял итеү урындары төҙөкләндерелә, ауыл зыяраттары кәртәләнә, яңы техника һәм ҡорамалдар, янғын һүндереү машиналары һәм бокстар һатып алына, социаль объекттар ремонтлана һәм башҡалар. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, урындағы үҙидараны тормошҡа ашырыуға әүҙем, инициативалы кешеләрҙе, йәмәғәт берекмәләрен, проекттарҙы берлектә финанслауҙа ҡатнашыусы эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеү ауылдағы социаль хәлгә яҡшы йоғонто яһай, халыҡты берләштерә һәм муниципаль берәмектәрҙе үҫтереүҙең мөһим ресурсы булып тора.
Беҙҙең заман геройҙары
- Һаулыҡ һаҡлау - бөгөн өҫтөнлөклө тармаҡтарҙың береһе. Медиктар коронавирус арҡаһында артыҡ йөкләмә менән эшләй...
- Беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре - пандемияға ҡаршы көрәштә алғы һыҙыҡта көн һайын кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен ҡотҡарған хәҙерге заман геройҙары. Ошо көндәрҙә Красноусол ауылы Мәҙәниәт йортонда район һаулыҡ һағы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләнек. Уларҙың һәр береһе коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡаршы көрәшкә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән. Дөйөм алғанда, беҙҙең ра-йонда медицина өлкәһенең эше юғары кимәлдә ойошторолған. Һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһы ярҙамында Красноусол үҙәк район дауаханаһының матди-техник базаһы нығытыла, яңы технологиялар, профилактика ысулдары үҙләштерелә. Әйтәйек, 2021 йылда дауахана ультратауыш диагностикаһы системаһына эйә булды. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә тиҙҙән Буруновка ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен аса (әлеге ваҡытта ул лицензия ала). Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, беҙҙең районда халыҡтың 80 проценты коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатты, коллектив иммунитетҡа өлгәшелде, эпидемиологик хәл бер аҙ тигеҙләнә. Бында ла район медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте ҙур.
Әлбиттә, был өлкәлә лә үҙ проблемалары, ауырлыҡтары бар. Район хакимиәте менән Үҙәк район дауаханаһының күп көс һалыуына ҡарамаҫтан, кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә әлегә асыҡ ҡала. Райондың бер нисә фельдшер-акушерлыҡ пунктына фельдшерҙар талап ителә. Әгәр ҙә кемдеңдер тейешле белеме һәм Красноусол үҙәк район дауаханаһында эшләү теләге бар икән, рәхим итегеҙ!
Спорт - йәшәү нормаһы
- Фәнзил Фәйез улы, Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында спортсыларыбыҙ ниндәй ҡаҙаныштары менән ҡыуандырҙы?
- Ғафури районында физик культура һәм спорт үҫешеүе ҡыуандыра. Беҙҙең спортсылар район һәм республиканан ситтә лә пьедесталдың юғары баҫҡыстарын биләй. Билдәле спортсыларыбыҙ, шулай уҡ йәш, әммә ҙур өмөттәр бағлаған, мәҫәлән, шахмат буйынса йәш чемпионыбыҙ Данил Никифоров кеүек йәштәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Район биләмәһендә «Демография» милли проектының «Спорт - йәшәү нормаһы» төбәк проектын тормошҡа ашырыуҙың дауам ителеүе ҡыуандыра. Проект сиктәрендә Сәйетбаба ауылында йыһазландырылған хоккей корты барлыҡҡа килде. Ошо көндәрҙә ГТО нормативтарын тапшырыуға әҙерләнеү өсөн 3 миллион һумлыҡ технологик ҡорамалдар алынды. Улар «Еҙем» физкультура-һауыҡтырыу комплексында ҡуйыласаҡ.
Бер интервью барышында бөтәһен дә ентекләп һөйләп бөтөп булмай. Шуны ғына билдәләп үткем килә: кешеләр тураһында хәстәрлек күреү, уларҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу беҙҙең эштә төп өҫтөнлөк булды һәм булып ҡала. Беҙҙең башланғыстарҙа ярҙам иткәндәре, сараларҙа һәм программаларҙа әүҙем ҡатнашҡандары, тыуған район мәнфәғәтенә хеҙмәт иткәндәре өсөн район халҡына рәхмәт белдерәм.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтовтың районға ярҙам итеүен юғары баһалайбыҙ. Рөстәм Рифат улы, шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов менән социаль объекттарҙың инфраструктураһын артабан үҫтереү һәм уларҙы ремонтлау буйынса киләсәккә уртаҡ пландар билдәләнек.
Һүҙемдең һуңында, тағы бер шатлыҡлы яңылыҡ тураһында әйтке килә. Республикала «Йыл ҡаҙанышы» Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды. Муниципалитеттарҙың эше 5 номинация буйынса 64 күрһәткес баһаланды. Ғафури районы «Тотороҡло иҡтисади үҫеш» номинацияһында еңеүселәр иҫәбенә инде. Еңеүсе 15 муниципалитет 3,666 миллион һумлыҡ грант аласаҡ.
- Йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән Һеҙҙе!
- Форсаттан файҙаланып, барлыҡ Ғафури халҡын етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайым һәм ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек һәм бөтә эштәрендә уңыштар теләйем.