+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2022, 11:40

Ғафуриҙар саңғы уҙыштары буйынса асыҡ беренселектә ҡатнашты

22 ғинуарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында атҡаҙанған спорт мастеры, саңғы уҙыштары һәм биатлон буйынса дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы Ирек Зарипов приздарына саңғы уҙыштары буйынса асыҡ беренселек үтте.

Ғафуриҙар саңғы уҙыштары буйынса асыҡ беренселектә ҡатнашты
Ғафуриҙар саңғы уҙыштары буйынса асыҡ беренселектә ҡатнашты

Сара «Демография» милли проектының «Спорт - йәшәү нормаһы» төбәк проектын тормошҡа ашырыу барышында уҙҙы. Төп бурыстар - көслө спортсыларҙы асыҡлау һәм халыҡ араһында саңғы спортын популярлаштырыу. Беренселектә Красноусол ауылы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм Ғафури районының саңғы спорты ветерандары: Алтынбаева Амалия, Дибаева Рината, Сундуков Солтанбек,  Анна Егорова, Йомағолова Ләйсән, Мөхәмәтйәнова Лина, Дибаев Вәсим, Исмәғилев Рамаҙан, Торопкина Карина, Сәйфетдинова Лиана, Гусельникова Элина, Хурамшина Камилла, Баязитова Полина, Исмәғилев Сулпан, Ергунов Егор, Дәүләтбаев Артур, дәүләтбаева Розалия, Кейекбаев Илнур, Кейекбаев Ғайса, Әхмәтйәнов Фәтҡулла, Ғафаров Фаил, Хисаметдинов Мөхәмәд, Хәкимова Лиана. «Содовик» стадионы артындағы саңғы трассаһында ике көнлөк программаға классик стилдә шәхси ярыш, ирекле йөрөштә уҙыш һәм төркөмдәр, йүгереүҙәр буйынса масс-старттар инде. Старттар сәмле барҙы, спортсылар ҡатмарлы саңғы трассаһын үтте.

#Гафурийскийрайон #гафуриспорт #спортнормажизни #нацпроектдемография #нацпроект #национальныепроекты #нацпроектбашкортостана

 

Ғафуриҙар саңғы уҙыштары буйынса асыҡ беренселектә ҡатнашты
Ғафуриҙар саңғы уҙыштары буйынса асыҡ беренселектә ҡатнашты
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: