-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2022, 12:00

Ғафури районында ГТО фестивале үтте

Красноусол ҡалаһының «Еҙем» физкультура-һауыҡтырыу комплексында «Демография» милли проектының «Спорт - йәшәү нормаһы» төбәк проекты сиктәрендә «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативын үтәү буйынса фестиваль ойошторолдо.

Ғафури районында ГТО фестивале үтте
Ғафури районында ГТО фестивале үтте

Сара район халҡын физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү һәм халыҡ араһында ГТО Бөтә Рәсәй физкультура-спорт йәмғиәте комплексын популярлаштырыу маҡсатында уҙғарылды. Бәйгелә ҡатнашыусылар үҙҙәренең көсөн һәм сыҙамлығын тикшерҙе, йәш категорияларына ярашлы физик әҙерлеген күрһәтте. Программаға түбәндәге һынауҙар индерелгәйне: арҡала ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү, ҡулдарҙы эйеп бөгөү, гимнастика эскәмйәһендәге тороштан алға эйелеү, бейек түшәмдә эленеп тороу, ҡатлап йүгереү һәм ике аяҡ менән оҙонлоҡҡа һикереү.

Спорт байрамына килеүселәрҙең барыһы ла айырым физик күрһәткестәр буйынса тесты уңышлы үтеүҙән тыш, күтәренке кәйеф, шулай уҡ бик күп ыңғай тәьҫораттар алды. Сара аҙағында 2021 йылда ГТО нормаларын уңышлы тапшырған спортсыларҙы ГТО алтын билдәләре менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Фестиваль еңеүселәре һәм призерҙары ГТО хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Ғафури районы хакимиәте грамоталары һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алты йәштән етмеш йәшкәсә теләгән һәр кем ГТО нормаларын тапшыра ала. Бының өсөн Бөтә Рәсәй "Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер" физкультура-спорт комплексы сайтында теркәлеү үтергә һәм билдәләнгән көндә нормативтар тапшырыу өсөн Тест үткәреү үҙәгенә килергә кәрәк.

Ғафури районында ГТО фестивале үтте
Ғафури районында ГТО фестивале үтте
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: