+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2022, 11:55

Рейдтар үтә

25 ғинурҙа район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Ғафури районы буйынса бүлеге һәм Ғафури районы буйынса район эске эштәр бүлеге вәкилдәре менән берлектә коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы менән бәйле сауҙа объекттары буйынса рейд үткәрҙе.

Рейдтар үтә
Рейдтар үтә

Рейдта ҡатнашыусылар битлек режимын һәм социаль дистанцияны үтәүҙе, һатып алыусылар өсөн санитайзерҙар барлығын, тейешле журналдар алып барыуҙы һәм Указдың башҡа пункттарын үтәүҙе тикшерҙе. Дөйөм алғанда, һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа ковидҡа ҡаршы сараларҙы күҙәтә, тип билдәләне тикшереүселәр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай рейдтарҙың төп маҡсаты - район халҡын үҙҙәренең һәм тирә-йүндәгеләрҙең һаулығына һәм хәүефһеҙлегенә яуаплы ҡарарға саҡырыу. Тик бергәләп кенә коронавирус инфекцияһын еңергә мөмкин.

Рейдтар үтә
Рейдтар үтә
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: