+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2022, 15:25

Иң кәрәклеһе - янғын һүндереү автомашинаһы

12 ауылды берләштергән Аҡкүл ауыл биләмәһе бер нисә йыл рәттән “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында уңышлы ҡатнашып, республика, ауыл биләмәһе бюджеты, урындағы халыҡ һәм бағыусылар ярҙамы менән ауыл клубы (2016 йылда), балалар баҡсаһы (2021) ремонтланған, ҡар таҙартыу ҡоролмаһы (2019) һатып алынған, 2020 йылда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан обелиск урынлаштырыуға өлгәшелгән. Проекттарҙың дөйөм суммаһы 3 млн. 107 мең 309 һум тәшкил иткән. Былар хаҡында ентекле итеп ауыл биләмәһе башлығы Р.Ә.Мөхәррәмов бәйән итте.

Иң кәрәклеһе - янғын һүндереү автомашинаһы
Иң кәрәклеһе - янғын һүндереү автомашинаһы

Биләмә халҡы программаның быйылғыһында ла ҡатнашырға теләк белдереп, төрлө тәҡдимдәр булыуға ҡарамаҫтан, Антоновка ауылына янғын һүндереү автомашинаһы һатып алыуҙы маҡсат итеп ҡуйғандар.
18 ғинуарҙа Аҡкүл ауылы мәктәбендә һәм Антоновка ауылы клубында “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса йомғаҡлау йыйылышы үтте. Бер тауыштан йыйылыш рәйесе итеп Аҡкүл ауыл биләмәһе башлығы Рифҡәт Әнүәр улы Мөхәррәмовты, секретары - Елена Алексеевна Игошинаны һайланы.
Көн тәртибенә 2022 йылда ауыл биләмәһенә иң мөһим - трактор, трактор тағылмаһы, янғын һүндереү автомашинаһы һатып алыу мәсьәләләре ҡуйылды. Был мәсьәләләр тауышҡа ҡуйылып, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” проекты конкурсында еңеп сыға ҡалһаҡ, аҡсаны Антоновка ауылына янғын һүндереү автомашинаһы һатып алыуға йүнәлтергә” тигән ҡарар бер тауыштан хуплап ҡабул ителде.
Янғын һүндереү машинаһының хаҡы яҡынса 1 миллион 700 мең һум. 1 млн. 190 мең һумы республика бюджетынан субсидия рәүешендә бүленһә, 170 мең һумын – халыҡтан (һәр хужалыҡтан 300-әр һум), бағыусыларҙан һәм ауыл биләмәһе бюджетынан да шунса уҡ күләмдә аҡса (170-әр мең һум) йыйыу һәм бүлеү ҡарары ҡабул ителде. 9 кешенән торған инициатив төркөм һайланды. Шулай итеп, Аҡкүл ауыл биләмәһе халҡы бер тауыштан Антоновкаға янғын һүндереү автомашинаһы һатып алырға тигән ҡарарға килде.

Иң кәрәклеһе - янғын һүндереү автомашинаһы
Иң кәрәклеһе - янғын һүндереү автомашинаһы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: