+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2022, 14:55

Күктә ниҙәр булмаҫ тиһең…

Күктә ниҙәр булмаҫ тиһең, Икһеҙ-сикһеҙ күк бит ул, - тип яҙған бынан бер быуат элек Ғабдулла Туҡай. Беҙҙең көндәрҙә йыһанды өйрәнеүсе ғалимдар күктә ниҙәр буласағын алдан иҫәпләп сығара. Рәсәй Фәндәр Академияһының Ғәмәли астрономия институты ғалимдары әйтеүенсә, Рәсәй халҡы 2022 йылда бер нисә йыһан ваҡиғаһының шаһиты була ала.

Күктә ниҙәр булмаҫ тиһең…
Күктә ниҙәр булмаҫ тиһең…

Мәҫәлән, айҙың тулыһынса, ә ҡояштың өлөшләтә тотолоуын, бер-нисә ҙур метеор ағымын күрә аласаҡбыҙ. Йәйен иһә ике тапҡыр рәттән ғәҙәттәгенән ҙурыраҡ Айҙы (астрономияла ул “суперлуние” тип атала) күрергә мөмкин буласаҡ.

2022 йылда Рәсәй биләмәһендә 25 октябрҙә ҡояштың өлөшләтә тотолоуы һәм 8 ноябрҙә айҙың тулыһынса тотолоуы күҙәтеләсәк.  Метеор ағымдарынан майҙа - Акварида ағымын, август аҙағында - Персеида һәм 13-14 декабрҙә Геменида ағымын күреп буласаҡ. “Суперлуние” күренеше 14 июнгә һәм 13 июлгә тура киләсәк.

Күктә ниҙәр булмаҫ тиһең…
Күктә ниҙәр булмаҫ тиһең…
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: