+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2022, 16:50

Грант конкурсында Ғафури районынан - биш еңеүсе!

Кисә Мәскәүҙә Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды координация комитетының ултырышы үтте, унда мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив (ижади) индустрия өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттарын тапшырыуға 2022 йылдың беренсе конкурсында еңеүсе проекттар исемлеген раҫланылар.

Грант конкурсында Ғафури районынан - биш еңеүсе!
Грант конкурсында Ғафури районынан - биш еңеүсе!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурста бөтә Рәсәйҙән 10 меңдән ашыу проект ҡатнашты, ләкин уларҙың 1382-һенә генә грант ярҙамы күрһәтеләсәк. Ошо бәхетлеләр иҫәбендә - Ғафури районынан бер юлы 5 проект! Еңеүселәр иҫәбенә түбәндәгеләр инде: «Изгелек быуыны» йәш блогер мәктәбе» проекты менән «Мәғариф бүлеге» муниципаль ҡаҙна учреждениеһы - грант 541 130,00 һум, «Күңелле кешеләр» театр студияһы» проекты менән «Тирәккәй» балалар баҡсаһы - 499 503,00 һумлыҡ грант; «Халыҡ шағиры Мәжит Ғафури мираҫы» проекты менән Еҙем-Ҡаран ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе - грант 392 845,00 һум; «Мәктәп музейы: хазиналар һәм серҙәр утрауы» проекты менән Имәндәш ауылы дөйөм белем биреү мәктәбе - грант 386 840,00 һум; Ғафури районының «Табын» социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фонды «Йыйын - Сәйетбаба ауылының ырыуҙар фестивале» проекты менән - грант 344 885,00 һум.

- Беҙ республикала Өфөнән ҡала йәнә икенсе һөҙөмтә күрһәттек, унда 8 ғариза-еңеүсе. Башҡортостандан бөтәһе 356 ғариза ҡатнашты, 41-е генә еңеүсе булды. Бындай юғары конкуренцияны иҫәпкә алғанда, был бик яҡшы һөҙөмтә! - тип аңлатма бирҙе Ғафури районында грант конкурстарында ҡатнашыу йомғаҡтарына хакимиәт башлығының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Ирина Небогатова. - Еңеүселәр өсөн шатмын, уларға ижади проекттарының уңышлы тормошҡа ашырылыуын теләйем! Тейешле сәбәптәр буйынса заявкалары үтмәгән проекттарҙы еренә еткереп эшләргә һәм быйыл 20 апрелдә старт аласаҡ яңы конкурста ҡатнашырға тәҡдим итәм, - тине ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент мәҙәни башланғыстар фонды конкурсына ғаризалар коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан да, коммерция һәм муниципаль предприятиеларҙан да, шәхси эшҡыуарҙарҙан да ҡабул ителә.

Бынан тыш, координация комитеты традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр менән бәйле проекттарға булышлыҡ итеү өсөн махсус конкурс үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Бының өсөн ағымдағы бюджеттан 1 миллиард һум бүленә. Ул апрель-май айҙарында уҙасаҡ. «Был аҡсалар Рәсәйҙең мәҙәни берҙәмлеген үҫтереүгә, традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе яҡлауға, илгә тоғролоҡ өсөн баҫым объекттарына әүерелгән коллективтарға һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелергә тейеш», - тип билдәләне, өҫтәмә конкурс уҙғарыу башланғысына аңлатма биреп, Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко. Мәҙәни башланғыстарҙың Президент фонды 2021 йылдың майында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ойошторола. Фондтың төп маҡсаты - сәнғәт, мәҙәниәт һәм ижади индустрия өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү.

Грант конкурсында Ғафури районынан - биш еңеүсе!
Грант конкурсында Ғафури районынан - биш еңеүсе!
Грант конкурсында Ғафури районынан - биш еңеүсе!
Грант конкурсында Ғафури районынан - биш еңеүсе!
Грант конкурсында Ғафури районынан - биш еңеүсе!
Грант конкурсында Ғафури районынан - биш еңеүсе!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: