+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2022, 14:15

Һөнәр һайлау – етди эш

  Уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү, һөнәри үҙбилдәләнештә ярҙам итеү, һөнәр һайлау маҡсатында Ғафури районы мәктәптәрендә Башҡортостан Республикаһының юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрелә.

Һөнәр һайлау – етди эш
Һөнәр һайлау – етди эш

Туғыҙынсы һәм ун беренсе класты тамамлаусылар менән осрашыуҙар Стәрлетамаҡ профессиональ-техник колледжы, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы, Ишембай ҡалаһындағы Өфө дәүләт авиация техник университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Стәрлетамаҡ күп профилле профессиональ колледжы һәм башҡа уҡыу йорттары вәкилдәре менән үткәрелде.

Буласаҡ абитуриенттар менән осрашыуҙар йылы, ышаныслы атмосферала уҙа. Ҡунаҡтар үҙҙәренең уҡыу йорттары, булған факультеттар, йүнәлештәр, ҡабул итеү ҡағиҙәләре, документтарҙы тапшырыу ваҡыты тураһында ентекле һөйләй. Вәкилдәрҙең сығыштары презентациялар һәм видеороликтар менән оҙатылып бара. Бындай саралар буласаҡ абитуриенттарҙы уҡыу йорттарына йәлеп итергә, шулай уҡ мәктәп уҡыусыларына аңлы рәүештә һайларға мөмкинселек биреп, республикабыҙҙың белем биреү учреждениелары тураһында тулы мәғлүмәт бирергә ярҙам итәсәк.

 

Һөнәр һайлау – етди эш
Һөнәр һайлау – етди эш
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: