-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2022, 14:30

Шашка буйынса донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина донъя рейтингынан төшөрөлдө

Бөтә донъя шашка федерацияһы президенты Яцек Павлицкий уны исемлектән алды, тип белдерҙе Рәсәй йыйылмаһының баш тренеры Юрий Черток.

Шашка буйынса донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина донъя рейтингынан төшөрөлдө
Шашка буйынса донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина донъя рейтингынан төшөрөлдө

«Яҡташы - элекке вице-премьер, хәҙер Польшаның мәҙәниәт һәм милли мираҫ министры Петр Глиньскийҙың Рәсәй мәҙәниәте йәмәғәт киңлегенән юҡҡа сығырға тейеш тигән мәғариф, йәштәр, мәҙәниәт һәм спорт мәсьәләләре буйынса Европа союзы Советы ултырышында белдереүенә эйәрҙем. 1 апрелдә донъя күргән яңы рейтинг-ҡағыҙҙа Танһыҡҡужина хаҡында телгә алыу бөтөрөлдө. Рейтинг өҫтөндә эште Павелицкий оҙаҡ йылдар дауамында алып бара», - тип һөйләне Черток.

2021 йылда Польшала шашка буйынса донъя чемпионатында ойоштороусылар Танһыҡҡужинаның өҫтәленән флагты алып ҡуйҙы. Уның ярышташы, поляк Наталья Садовская, теләктәшлек йөҙөнән поляк флагын алып ҡуйҙы. Танһыҡҡужина тай-брейкала партияны еңеп, ете тапҡыр донъя чемпионы булды. « Беҙҙең Тамара Танһыҡҡужинаны ярыштар ваҡытында ил флагынан мәхрүм иткән осраҡтарҙы беҙ барыбыҙ ҙа хәтерләйбеҙ», - тип белдерҙе Рәсәй Дәүләт Думаһының Физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Свищёв. Уның һүҙҙәренсә, шул рәүешле федерация үҙенең үҙаллылығын юҡҡа сығара.

Шашка буйынса донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина донъя рейтингынан төшөрөлдө
Шашка буйынса донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина донъя рейтингынан төшөрөлдө
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: