+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2022, 09:20

«Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе асыла

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө саралары барышында 2022 йылдың 15 апрелендә Өфөлә «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһен асыу һәм «Халыҡ кейеме интерпретацияһы проблемаһы» темаһына түңәрәк өҫтәл була.

«Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе асыла
«Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе асыла

Экспозицияла Өфө, Мәскәү, Сибай ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Башҡортостандың Архангел, Балаҡатай, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле, Туймазы, Учалы райондарынан проект финалсыларының, оҫталарҙың, костюмдар буйынса рәссамдарҙың һәм дизайнерҙарҙың эштәре тәҡдим ителә. Күргәҙмә Милли музейҙа 2022 йылдың 29 апреленә тиклем эшләй.

Шулай уҡ халыҡ кейемен реконструкциялау һәм трансформациялау, эшлекле бәйләнештәр булдырыу, фәнни һәм практик ҡаҙаныштар менән алмашыу, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен реаль практикаға индереү мөмкинлектәрен тикшереү мәсьәләләренә киң йәлеп итеү маҡсатында түңәрәк өҫтәл үткәрелә.

 Унда ҡатнашыу өсөн мәҙәниәт һәм халыҡ кәсептәре өлкәһендәге белгестәр: билдәле этнографтар, рәссамдар - дизайнерҙар, был өлкәлә эшмәкәрлек алып барыусы йәмәғәт ойошмалары һәм берекмәләре вәкилдәре саҡырыла. Түңәрәк өҫтәлдең форматы ҡатнаш (онлайн һәм офлайн). Ул Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала 15 апрель 11.00 сәғәттә башлана.

Белешмә: Башҡорт милли кейеме оҫталарының беренсе «Тамға» халыҡ-ара конкурсы 2020 йылдың ноябрендә башланды. Беренсе этап заявкалары 4 ноябрҙән 30-на тиклем ҡабул ителде. Ойоштороу комитетына 256 ғариза килгән. Улар араһында Башҡортостан Республикаһынан (44 муниципаль берәмек вәкилдәре), Пермь крайынан, Курган, Силәбе өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан, Алматы ҡалаһынан, Италия Республикаһынан (Милан) ҡатнашыусылар бар ине. Конкурсҡа бөтәһе 1439 эш ебәрелгән. 2021 йылда икенсе «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы башланды. Проекттың һайлап алыу туры ноябрҙә онлайн форматта үтте. Ике көн буйына жюри Италиянан, Төркиәнән,Ҡаҙағстандан, Мәскәүҙән, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан һәм Башҡортостандан 200-гә яҡын ҡатнашыусының һәм 1020 эш баһаланды. Конкурс эштәрен һәм «Тамға» конкурсының финал турын 14 ноябрҙә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала яҡланылар.

Конкурс еңеүселәрен бүләкләү һәм ҡатнашыусыларҙың иң яҡшы эштәрен күрһәтеү тантанаһы 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, «Фабрика» дизайнерҙар универмагында АРТ-Квадратта үтте. Шулай уҡ сара барышында оҫталар халыҡ кейеме элементтарын эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Сарала шулай уҡ былтырғы «Тамға» конкурсы лауреаттары эштәренең күргәҙмәһе эшләне. Проект сиктәрендә популяр йырсы Зилиә Бәхтиеваның «Мин башҡортса һөйләшәм» йырына клиптың премьераһы булды, уны төшөрөүгә проекттың костюмдары, шулай уҡ «Тамға» конкурсы финалсылары йәлеп ителде.


 

«Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе асыла
«Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе асыла
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: