+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Апрель 2022, 21:25

Еҙем-Ҡаранда - яңы янғын һүндереү техникаһы

Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе ирекле янғын һүндереү командаһы гаражы яңы техника менән тулыланды.  

Еҙем-Ҡаранда - яңы янғын һүндереү техникаһы
Еҙем-Ҡаранда - яңы янғын һүндереү техникаһы

Стәрлетамаҡта ошо көндәрҙә Башҡортостандың бер нисә муниципаль районы өсөн махсус янғын һүндереү цистерналарын тапшырыу тантанаһы үтте.

Һүҙ автономиялы янғын насосы менән йыһазландырылған тағылма техника хаҡында бара. Уларҙың берәүһе Ғафури районы өсөн һатып алынған һәм урындағы ирекле янғын һүндереү командаһын йыһазландырыу өсөн Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһенә юлланған.

Тапшырыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Янғынға ҡаршы хеҙмәте етәксеһе Рәйес Арыҫланов ҡатнашты. Ул муниципалитет вәкилдәрен парктың тулыланыуы менән ҡотланы, ауылдарҙа янғынға юл ҡуймау буйынса оҙаҡ һәм ышаныслы эшләүҙәрен теләне. Тағылма цистернаны ҡабул итеүҙә Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Шәйәхмәтова ҡатнашты.

- Был беҙ күптән көткән ваҡиға. Беҙҙең ауыл биләмәһе тракторға таға торған ЛКТ-4П2  ярымтағылма цистернаһын алды. Уның менән биләмә территорияһында янғынға ҡаршы бурыстарҙы үтәү сифатлыраҡ буласаҡ, - тине биләмә вәкиле. Техника 2030 йылға тиклемге осорға Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә Янғын-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә республика бюджеты иҫәбенә һатып алынған. 2018 йылдан муниципаль райондарға бөтәһе 165 берәмек янғын һүндереү техникаһы тапшырылған.

Еҙем-Ҡаранда - яңы янғын һүндереү техникаһы
Еҙем-Ҡаранда - яңы янғын һүндереү техникаһы
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: