-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2022, 16:25

Баҫыу эштәре бара

“ШЭ Р.В.Мөьминов” һәм Ленин исемендәге колхоз механизаторҙары ла (етәксеһе – Риф Вәкил улы Мөьминов) яҙғы баҫыу эштәрен тулы көсөнә алып бара. Хужалыҡтарҙа ужым культураларын өҫтәлмә туҡландырыу һәм дым ҡаплау эштәре бара. Дым ҡаплауҙа Азат Йәрмөхәмәтов, Рушат Вахитов, Владимир Кириллов, Раян Суфиянов, Радик Ғөбәйҙуллиндарҙың агрегаты мәшғүл булһа, ужым бойҙайы баҫыуҙарында өҫтәлмә туҡландырыу эшен Рафаил Мәүлетов менән Юлдаш Мөрсәлимов алып бара.

Баҫыу эштәре бара
Баҫыу эштәре бара

Бөгөн хужалыҡта булып, Риф Мөьминов беҙҙе эштәр барышы менән таныштырҙы. Быйыл 840 гектарҙы биләгән ужым бойҙайынан тыш, 800 гектар арпа, ярауай бойҙайҙы – 100, көнбағышты – 480, шәкәр сөгөлдөрөн – 250, етенде 100 гектарҙа, ә соя (110 га) менән кукурузды (орлоҡҡа 40 га) тәүгеһенән сәсергә планлаштыралар.

Баҫыу эшсәндәренә төшкө һәм киске аш ойошторолған. Ашнаҡсылар Рима Бикбаева менән Эльвира Нафиҡова тәмле аштары менән һыйлай.

Эштәрҙе ял көндәрендә тамамлап, дүшәмбе сәсеүгә төшөргә планлаштыралар.

Баҫыу эштәре бара
Баҫыу эштәре бара
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: