+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Апрель 2022, 09:00

Һөнәри байрам менән!

Хөрмәтле янғын һағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандарын һөнәри байрам – Янғын һағы көнө менән ҡотлайым!

Һөнәри байрам менән!
Һөнәри байрам менән!

Ут афәте менән көрәш һәр саҡ батыр һәм ҡыйыу кешеләр эше булып һанала. Оҫталыҡ, ҡыйыулыҡ, иптәштәр ярҙамы һәм бер-береңә ярҙам итеү, хәүефле саҡта үҙ-ара ярашып эшләү һеҙгә һәм һеҙҙең һөнәргә ҡарата тәрән хөрмәт, ихтирам уята.
Ғафури халҡы ышана ала – улар көн һәм төндөң теләгән ваҡытында ярҙамға килергә әҙер торған юғары квалификациялы белгестәр, ысын һөнәрмәндәрҙең ышаныслы яҡлауы аҫтында тора.
Янғынға ҡаршы һаҡ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына, ирекле янғын һүндереүселәргә көндәлек көсөргәнешле хеҙмәтегеҙ, юғары һөнәри оҫталығығыҙ, ҡыйыулығығыҙ һәм оперативлығығыҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт әйтәм. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, бөтмәҫ күңел көрлөгө һәм еңел булмаған, әммә маҡтаулы эшегеҙҙә артабан да уңыштар теләйем!

Һөнәри байрам менән!
Һөнәри байрам менән!
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: