+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2022, 14:35

Ямғыр ҡамасау булманы

Бөгөн, йәғни 13 майҙа, күкте ҡара болоттар ҡаплап, ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, “Рәсәй Һаҡлыҡ банкы” ААЙ-е Башҡортостан бүлексәһенең (управляющийы – яҡташыбыҙ Азамат Урал улы Сәлихов) Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларындағы һәм Красноусолдағы филиалдары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре (дүрт тиҫтәгә яҡын) йәш шыршы үҫентеләре (12 мең төп) ултыртты.  “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Красноусолдағы элекке Һабантуй тауында ултыртылған йәш үҫентеләр менән Ғафури урмансылығы (директоры – Әнәс Әхәт улы Сәйфуллин) тәьмин итте, шыршылар урмансылыҡ питомнигында үҫтерелгән.

Ямғыр ҡамасау булманы
Ямғыр ҡамасау булманы

- Изге эшкә ямғыр ҡамасау түгел, ул беҙҙе һис өркөтмәй. Бары тик йәш шыршылар яңы урынға ерегеп, матур итеп үҫеп китһен өсөн ул ярҙам ғына буласаҡ, - тиҙәр акцияла ҡатнашыусылар ҙур ҡәнәғәтлек менән.

Ямғыр ҡамасау булманы
Ямғыр ҡамасау булманы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: