+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2022, 10:50

Изге айҙа ағас ултырттыҡ

Быйыл кәмендә 100 ағас ултыртырға кәрәк тип хыялланғайным, планды арттырып үтәнек.

Изге айҙа ағас ултырттыҡ
Изге айҙа ағас ултырттыҡ

27 апрелдә әхирәтем, Өфө лимонарийы директоры Фәриҙә Садиҡова етәкселегендә Өфө урман хужалығы техникумы студенттары һәм уларҙың уҡытыусыһы ярҙамында, үҙем нигеҙ һалған Имәндәш паркына 100 ағас һәм декоратив ҡыуаҡ ултырттыҡ. Әйткәндәй, башта беҙ студенттар менән Еҙем-Ҡаранда туҡталып, Мәжит Ғафури музейы менән танышып, унда ла иҫтәлеккә ағастар ултыртып ҡалдырҙыҡ.
Иншалла, былар барыһы ла үҫеп, киләсәк быуынға беҙҙән мираҫ булып ҡалһын ине. Был акция Ураҙа айына тура килеүенә бигерәк тә шатбыҙ. Преподаватель-урмансы Эльмира Ғәзиева ураҙала көйөнсә һәр ағасты үҙе ҡарап, өйрәтеп ултыртышты.
Изге эштә ҡустым Салауат менән Әлфир Түзбәковтар, ауыл старостаһы Әнис Сафуанов һәм активист Рәфис Рәшитов үрнәк күрһәтте. Киленем Әлмира Түзбәкова баш ҡаланан килгән, көнө буйы эшләгән 15 студентты тәрбиәләп ашатып ҡайтарҙы.
Күрше Ҡарағай ауылынан, Имәндәш ауыл хакимиәте ир-егеттәре, ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, ҡалған 10 ағасты ултыртып, парк Аллеяһын таҙартып, сүп-сарын түгеп ҡайттылар. Тракторсы Фәнүр Собханғолов бындай эштә һәр саҡ ихлас ҡатнаша. Паркты тәртипкә килтереүҙә ауылдаш Мансур Әйүпов та йыш булыша. Рәхмәт барыһына ла. Был эштәрҙе ойошторорға ярҙам итеүсе Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғоловҡа айырыуса рәхмәтлемен.
Һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙең районда урман хужалығы өлкәһендә күптән эшләгән Рәүф Йәнмырҙинға рәхмәт. Уның коллективы 50 төп шыршы һәм пихта үҫентеләре алып килде. Ҡалған үҫентеләрҙе БР урман хужалығы министрлығының тәжрибә участкаһынан килтерҙеләр.
Шуныһы йәл, был юлы акцияла төрлө сәбәптәр арҡаһында үҙебеҙҙең мәктәп балалары ҡатнаша алманы. Өлкән ауылдаштары һәм Урман техникумы белгестәре һөйләгән күп тарихи һәм биологик мәғлүмәттәрҙе ишетмәй ҡалдылар. Мәктәп коллективы бығаса әүҙем ярҙамсы булды. 29 апрелдә иһә Имәндәш мәктәбенең 7-се класс егеттәре ултыртылған ваҡ үҫентеләрҙе бәйләп, һыу һиптеләр. Ә ҡыҙҙар Өфөнән ҡайтҡан сәскәләрҙән ике түтәл ултырттылар.
Ысынында, был мәҙәниәт һәм тәбиғәт ҡомартҡыһы ошо йәштәр һәм уларҙың тыуасаҡ балалары өсөн һалынды. Аллаға шөкөр, был парк инде рәсмиләштерелде. Быйыл уны заманса кәртәләү ҡаралған. Күмәк көс менән парк Аллеяһына матур итеп һуҡмаҡтар һалып, ял итеү урындары төҙөп ебәрһәк, был биләмә Имәндәш ауылына ғына түгел, ғөмүмән, "Еҙем тәбиғәт паркы" ҡапҡаһына әйләнер.
Шәүрә ҒИЛМАНОВА,
телерадиожурналист, Имәндәш ауылының Почетлы гражданы.

Изге айҙа ағас ултырттыҡ
Изге айҙа ағас ултырттыҡ
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: