+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Май 2022, 09:50

Үлгәндәрҙең ҡәберен бел...

Республика етәксеһе ҡарары буйынса, Башҡортостанда өсөнсө йыл инде Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө үтә. Рәсми документта 2 май тип яҙылһа ла, быйыл был көн Ураҙа байрамына тура килеүе сәбәпле, хәтер көнө 30 апрелдә уҙҙы.

Үлгәндәрҙең ҡәберен бел...
Үлгәндәрҙең ҡәберен бел...

Был көндө райондың бөтә зыяраттарында ла кәртәләрҙе тәртипкә килтереү, парктарҙа һәм зыяраттарҙағы һәйкәл һәм обелисктарҙы төҙөкләндереү буйынса өмәләр ойошторолдо.
Тәү сиратта, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, ветерандар һәм тол ҡатындарҙың, тыл эшсәндәренең, ҡораллы көстәр һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ҡәберҙәре тәртипкә килтерелде. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа тәрбиәләнмәгән ташландыҡ ҡәберлектәргә иғтибар бирелде. Красноусолда йәшәүселәрҙе зыяраттарға автобустар алып барҙы.
Өмәлә райондың барлыҡ ойошма-учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, ауыл халҡы ҡатнашты. Ғаиләләре менән туғандарының ҡәберлектәрен тәрбиәләргә килеүселәр ҙә байтаҡ ине. Зыяратта ҡороған ағастар ҡырҡылды, сүп-сар йыйылды, ҡаралмаған ҡәберлектәр рәшәткәләре буялды.
Бөтәһе өмәгә меңдән ашыу кеше сыҡҡан, 31 берәмек техника йәлеп ителгән, 60 тоннанан ашыу сүп-сар йыйылған.
Хәтер һәм мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө олоһон да, йәшен дә бергә йыйҙы.

Үлгәндәрҙең ҡәберен бел...
Үлгәндәрҙең ҡәберен бел...
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: