+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2022, 14:50

“Һәр ваҡыт әҙер!”

19 Май – Рәсәйҙә Пионерия көнө булып тора. Быйыл пионерҙар ойошмаһы ойошторолоуға 100 йыл тулды.

“Һәр ваҡыт әҙер!”
“Һәр ваҡыт әҙер!”

Ошо көндә Красноусолдың 2-се мәктәбендә төрлө мәктәптәрҙән килгән 4-5-се класс уҡыусыларын пионерға алыу тантанаһы үтте. Балалар ижады үҙәге тарафынан әҙерләнгән был сара иҫтә ҡалырлыҡ, тулҡынландырғыс, һоҡланғыс булды. Бында  элекке пионерҙар – ошо йүнәлештә эшләгән өлкән вожатыйҙар, уҡытыусы-ветерандар ҙа саҡырылғайны. Балалар “Алтын бал ҡорто” район балалар йәмәғәт ойошмаһы рәйесенә рапорт бирҙе,  пионерҙар изге эштәр йолаһын дауам итергә, пионерҙар ойошмаһы ҡағиҙәләрен үтәргә ант тапшырҙы. Иң тәүҙә хөрмәтле ҡунаҡтарға Балалар ижады коллективы ҡыҙыл галстуктар таҡһа, һуңынан улар йәш пионерҙарға галстук бәйләне. Галстук бәйләгән йәш пионерҙар үҙҙәрен ғорур тотоп, шат йылмайып таралышты.

“Һәр ваҡыт әҙер!”
“Һәр ваҡыт әҙер!”
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: