+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2022, 15:55

“Уңыш биләмәһе” форумы

Кисә, йәғни 18 майҙа “Уңыш биләмәһе” тигән исем аҫтында уҡыусылар өсөн профориентация форумы үтте.

“Уңыш биләмәһе” форумы
“Уңыш биләмәһе” форумы

Район Советы янында эшләгән Йәштәр  советы тарафынан ойошторолоп уҙғарылған форум Рәсәй Эшҡыуарлығы көнө сиктәрендә үтеп, унда район үҙәгенең барлыҡ мәктәптәре һәм башҡорт гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусылары килде. Форумда райондың шәхси эшҡыуарҙары “ШЭ Смирнов”, “ШЭ Хлебников”, “ШЭ Миндиярова”, “ШЭ Карамель”,  “ШЭ Бусинка” предприятиелары, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, эске эштәр һәм Мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Улар уҡыусыларҙы үҙҙәренең һөнәрҙәре һәм проекттары менән таныштырҙылар, тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар һәм фәһемле кәңәштәрен бирҙеләр. Шулай итеп, уҡыусылар мауыҡтырғыс осрашыуҙа төрлө һөнәрҙәр менән таныштылар, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар.

“Уңыш биләмәһе” форумы
“Уңыш биләмәһе” форумы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: