+13 °С
Болотло
Рәсәй Фәндәр Академияһының Ғәмә-ли астрономия институты ғалимдары әйтеүенсә, Рәсәй халҡы 2022 йылда бер нисә йыһан ваҡиғаһының шаһиты була ала. Мәҫәлән, айҙың тулыһынса, ә ҡояштың өлөшләтә тотолоуын, бер-нисә ҙур метеор ағымын күрә аласаҡбыҙ. Йәйен иһә ике тапҡыр рәттән ғәҙәттәгенән ҙурыраҡ Айҙы (астрономияла ул “суперлуние” тип атала) күрергә мөмкин буласаҡ.
2022 йылда Рәсәй биләмәһендә 25 октябрҙә ҡояштың өлөшләтә тотолоуы һәм 8 ноябрҙә айҙың тулыһынса тотолоуы күҙәтеләсәк. Метеор ағымдарынан майҙа - Акварида ағымын, август аҙағында - Персеида һәм 13-14 декабрҙә Геменида ағымын күреп буласаҡ. “Суперлуние” күренеше 14 июнгә һәм 13 июлгә тура киләсәк.