Субсидиялар үҙмәшғүл булараҡ рәсмиләштерелгән кесе һәм урта предприятиеларға, хатта шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға түләнергә тейеш. Башҡортостанда картуфтың 95 проценты шәхси ярҙамсы хужалыҡтар етештерә, шуға күрә бындай ярҙам республика өсөн көнүҙәк.
2021 йылда республикала 485,2 мең тонна картуф йыйып алынған, уларҙың 460 мең тоннаһы шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға тура килә. Картуф етештереү буйынса беҙҙең төбәк Рәсәйҙә 6-сы һәм Волга буйы федераль округында 2-се урында.
Дәүләттән ярҙам алыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?
- Үҙмәшғүл булып теркәлергә кәрәк. Бынан һуң шәхси ярҙамсы хужалыҡ етештереүселәренең йәшелсәләрҙе иркен һатыу һәм ҡаҙнанан субсидиялар алыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Үҙмәшғүл статусында улар йәшелсә менән сауҙа иткән өсөн һалым түләүҙән азат ителә. 2022 йылдың 1 ғинуарынан берҙәм ауыл хужалығы һалымы ставкаһы бөтөрөлдө.
Икенсе йүнәлеш - эшкәртеүсе предприятиелар шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға бирә торған йәшелсә һәм картуф орлоғо һатып алыуға аванс. Эшкәртеүсе һәм үҙмәшғүл араһында «Агроконтракт» төҙөлә. Етештерелгән продукцияны һатҡандан һуң дәүләт эшкәртеүсенең үҙмәшғүлдәр өсөн орлоҡ һатып алыуға сығымдарының 50 процентын ҡаплай.