

Был тармаҡтың артабан да үҫешә барыуы шатлыҡлы күренеш. Муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат КЕЙЕКБАЕВ менән ағымдағы йылдың уҙған айҙары йомғаҡтары хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. Йола буйынса, һөйләшеүебеҙ иҫтәлекле көн – төҙөүселәрҙең һөнәри байрамы алдынан булды.
- Фуат Зәки улы, бөгөн төҙөлөшкә туранан-тура ҡағылышлы иң мөһим тема – ул газды өйгә илтеп еткереү программаһын бойомға ашырыу. Ғафуриҙар был мөмкинлектән файҙаланамы?
- Был программа тәүләп кенә бойомға ашырылғанлыҡтан, элекке осорҙар менән сағыштырыу мөмкинлеге юҡ. Шулай ҙа ул ҡыҙыу бара тип әйтеп була. Районда йәшәүселәр тарафынан газды өйгә илтеп еткереүгә 465 ғариза тапшырылған. 102 заявка буйынса эш тамамланды, йәғни газ хеҙмәте менән тейешле килешеүҙе төҙөшкән кешеләр йорттарын газ үткәргескә тоташтырып, тәбиғи газды ҡуллана ла башланы. Газ килеп еткән тораҡ пункттарҙа йәшәүсе, үҙ йорттарына милексе хоҡуғы булған башҡа райондаштар ҙа был йәһәттән ҡабалана төшһөн ине, тип әйтке килә. Бының өсөн заявка ғына ҡалдырмаһындар, ә шунда уҡ газ системаһын монтажлауға килешеү төҙөшә башлаһындар.
Быйыл газды өйгә илтеп еткереү программаһы буйынса 52 километр газ үткәргес селтәре төҙөргә планлаштырыла. Әлеге ваҡытта уның үтәлеше 50-60 процент тәшкил итә. Красноусолдың яңы биҫтәләрендә, райондың башҡа ауылдарында газ үткәргестәр төҙөлдө, шулай уҡ яңыларын һалыу дауам итә.
- Юлдар торошона ҡағылышлы һорауҙар ҙа йылдың-йылы күтәрелә килә...
- Муниципаль район хакимиәте эшмәкәрлегендә юл селтәрҙәренең сифаты – иң мөһим, өҫтөнлөклө темаларҙың береһе. Әйтәйек, уҙған йылда юл хеҙмәттәре урам юлдарын яҡшыртыу йәһәтенән һәйбәт эшләне. Быйыл башҡарылған эш күләме лә насар түгел.
Башҡарылғандарҙан – Родина ауылында Октябрь һәм Пушкин, район үҙәгенең Тимирязев, Пушкин, Воробьев, Михелев, Көнбайыш урамдарында юл өҫлөгө ремонтланды. Аҡташ ауылында Күләгәле, Түбәнге Ташбүкәндә – Гагарин, Оло Үтәштә - Йылға һәм Мәктәп, Ҡурғашлыла Мәктәп урамдарының юл ҡапламын тейешле хәлгә килтерҙек.
Ремонт эштәре әле лә дауам итә. Красноусолдың Коммунистик, Минһажев, Гәрәйев, Чапаев, Ҡыҙыл Яр, Леваневский, Ҡыҙылармеец, Аксаков, Баҡса һәм башҡа урамдарында юл төҙөүселәр һәм коммуналсыларҙың эшмәкәрлеге төрлө кимәлдәге әҙерлек хәлендә.
Төрлө финанслау сығанаҡтарынан (территориаль заказ, юл фонды) йыл башынан бөтәһе 13 километрҙан ашыу оҙонлоҡта юлдар ремонтланды.
Юл селтәрен төҙөү, ремонтлау һәм тотоу сифаты яҡшырһын өсөн, БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән килешеү сиктәрендә Красноусол коммуналь хужалығы өсөн ике берәмек техника – трактор һәм автогрейдер һатып алынды. Был коммуналсыларға олоғара ярҙам!
- Районда проектланыусы һәм һалынып ятыусы барлыҡ объекттарҙы һанап сығыу күп ваҡытты аласаҡ, әлбиттә. Шулай ҙа уларҙың иң әһәмиәтлеләрен билдәләп үтегеҙсе.
- Иң мөһим бурыстарҙың береһе – Красноусолда һыу менән тәьмин итеү сифатын яҡшыртыу. Был йүнәлеште иғтибарһыҙ ҡалдырғаныбыҙ юҡ. Әле һыу үткәргес селтәре төҙөү проекты дәүләт экспертизаһы ҡарауын үтә, уны бойомға ашырыу район үҙәгенең “Һабантуй”, “Сахалин”, “Йәштәр” биҫтәләрен, шулай уҡ яңы “Көньяҡ-Көнбайыш” биҫтәһен һыу менән тәьмин итеү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Һыу баҫымы етмәүҙән миҙгелгә хас ҡыйынлыҡтар кисергән граждандарға бер аҙ сабыр итергә тура килер, сөнки кәрәкле документтарҙы рәсмиләштереү һәр саҡ ваҡыт талап итә, ә ул беҙҙән генә тормай. Үҙ йәһәтенән ра-йон хакимиәте һәм ойошмалар етәкселеге мөмкин булғандың барыһын да эшләй.
Һыу үткәргес системаларҙы модернизациялау менән башҡа ауылдарҙа ла планға ярашлы шөғөлләнәбеҙ. Мәҫәлән, Аҡкүл ауылында һыу башняһында капиталь ремонт башланды. Эште көҙ уртаһына тамамларға планлаштырыла. Ошо арауыҡта төҙөүселәр башня бинаһын ремонтлаясаҡ, ҡорамалдарҙы алмаштырасаҡ, резервуарҙы таҙартып, йыуҙырасаҡ. Был эштәр өсөн 1 миллион 700 мең һум аҡса бүленде.
Үтәк ауылында иһә шундай уҡ эш тамамланды ла инде – бында һыу башняһы һәм 382 метр һыу үткәргес торбалары алмаштырылды. Был эшкә 1 миллион 656 мең һум – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан субсидиялар һәм “БР Ғафури районында ТКХ системаһын үҫтереү һәм модернизациялау” муниципаль программаһы буйынса бүленгән райондың бюджет аҡсаһы һалынды.
“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” милли проекты буйынса Сәйетбаба ауылында “Еңеү” паркын яңыртыу эштәре тамамланып килә. Тиҙҙән иң ҙур башҡорт ауылы бына тигән, нигеҙенән төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәһенә эйә буласаҡ, уның өҫтөндә подрядсылар өс йыллап тир түкте. 2022 йылда проектҡа бүленгән аҡсалар күләме 6,5 миллион һум тирәһе тәшкил итте. Йәнә бер нисә аҙнанан, объект әҙер булғас, был тырышлыҡты үҙебеҙ күреп баһаларбыҙ. Сәйетбабаларға ул оҡшар тип ышанам!
- Ә бына Красноусол ауылы күптән инде ике ҡаҙанлыҡты реконструкциялауҙы, яңы янғын депоһы төҙөүҙе көтә, был объекттарҙың торошо шәптән түгел икәнен үҙегеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ.
- Район үҙәгендә беҙҙең алда, ҡағиҙә булараҡ, күберәк финанслауҙы, тимәк, ойоштороу йәһәтенән үк ентекле, үҙенә башҡа ҡараш талап иткән күпкә киңерәк ҡоласлы бурыстар тора. Шуға ла, теләгән һөҙөмтәгә өлгәшкәнебеҙҙе күргәндә, һәр ваҡыт айырата шатлыҡ, ғорурлыҡ кисерәбеҙ. Атап әйткәндә, һеҙ әле әйткән объекттар буйынса ла алға китеш бар.
Беҙ Красноусол ауылындағы 2-се һәм 6-сы ҡаҙанлыҡтарҙа реконструкция уҙғарыуға оҙаҡ көткән дәүләт экспертизаһы һығымтаһын алдыҡ. Ләкин уға бик күп – 100 миллион тирәһе аҡса кәрәк буласаҡ. Уларҙы алыу өсөн тейешле документтарҙы беҙ Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү федераль фондына ебәрҙек.
Күптән иҫкергән ике ҡаҙанлыҡ урынына блоклы яңыларын берлектә финанслау принцибы буйынса төҙөргә планлаштырыла. Уның буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителһә, федераль Фонд индерәсәк сумма 80 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Әлегә иң мөһиме – беҙ әҙерләгән проект кәрәкле аҡсаны алһын. Үҙебеҙҙән торған тиклемен беҙ тейешенсә башҡарырға тырыштыҡ.
Ҡаҙанлыҡтарҙы ремонтлау бик кәрәк, йылдың һалҡын осоронда уларҙан йылылыҡты бик күп социаль объекттар, шул иҫәптән балалар баҡсалары, дауахана, күп һанлы йорттар һәм ойошмалар ала.
Һәм, ниһайәт, икенсе һорауығыҙ буйынса: быйыл күптән көткән янғын депоһы төҙөлөшө башланасаҡ. Әле уның буйынса сауҙалашыу һәм регламентта ҡаралған башҡа процедуралар бара. Заказсы-төҙөүсе булып Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы сығыш яһай. Янғын депоһы ике йылда төҙөлөр тип күҙаллана, уның үҙенсәлеге – Красноусол ауылында машиналар сығыу урыны дүртәү буласаҡ.
- Ә күп фатирлы йорттарҙы, шулай уҡ мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын капиталь ремонтлау буйынса нисек?
- Күп фатирлы йорттарҙа (айырыуса әллә ҡасан төҙөлгәндәрендә) йәшәүселәр капиталь ремонтты түҙемһеҙлек менән көтә. Төбәк операторы билдәле критерийҙар буйынса (башлыса капремонтҡа йыйылған аҡса суммаһына ҡарап) уны үткәреү ваҡытын билдәләй. Мәҫәлән, беҙҙең районда быйыл Табын ауылының Үҙәк урамындағы 65-се күп фатирлы йорт яңы ҡыйыҡлы буласаҡ. Уның күҙалланған смета хаҡы – 2 миллион 850 мең һумдан ашыу. Эштәр башланды ла инде.
Социаль объекттар араһында әлеге ваҡытта етди үҙгәртеүҙәр барған Красноусол башҡорт гимназия-интернатына айырым иғтибар бирелә. 40 миллион һумдан ашыу суммаға бында эсле-тышлы ҙур ремонт эштәре башҡарыла. Төҙөлөшкә подрядсы ойошма – “Вентсервис” ЯСЙ-е яуаплы.
- Санкциялар, ковид, башҡа күңелһеҙ хәлдәр районда әҙ этажлы төҙөлөш барышына нисектер йоғонто яһаймы?
- Яһай, сөнки төҙөлөш материалдары арзанаймай бит. Шуға ҡарамаҫтан, ауылда үҙ йортоңда йәшәү, ереңдә үҙ хужалығыңды алып барыу йолаһы беҙҙә һәр саҡ көслө булды. Һәм был йола әле лә дауам итә. Әҙ этажлы торлаҡ төҙөлөшө тураһында һүҙ йөрөтһәк, 2022 йыл башынан Ғафури районында 13 мең квадрат метр торлаҡ майҙан сафҡа индерелгән. Күп фатирлы торлаҡ та төҙөлә, әммә ул әлегә әҙерәк темпта бара.
Әйтергә кәрәк, ер участкаһын ҡуртымға алып, унда йорт төҙөргә теләүселәрҙән сират әҙәйгәне юҡ. Ошо көнгә тиклем шәхси йорт төҙөргә теләүселәр тарафынан 80 ғариза бирелде.
Эшҡыуарҙар ҙа төҙөй. Әйтәйек, быйыл Ҡарағай ауылында аҙыҡ-түлек магазины асылды, Красноусолда административ-көнкүреш комплексы бинаһы файҙаланыуға индерелде һ.б.
Шулай итеп, беҙҙә төҙөлөш хеҙмәте менән был һөнәр белгестәре генә түгел, күптәр бәйле. Моғайын, уларҙың барыһын да етеп килеүсе Төҙөүселәр көнө – һәр ғаиләнең ысын байрамы менән ҡотлау дөрөҫ булыр! Ғафури районында ремонт һәм төҙөлөш өлкәһе йылдың-йылы яҡшы яңылыҡтар, нәүбәттәге ҡаҙаныштар менән шатландырыуы бик һөйөнөслө. Барыһы ла – ябай граждандар ҙа, ауылдарыбыҙҙа күп фатирлы йорттар һәм социаль учреждениелар кеүек яңы объекттар, мөһим инженер-техник ҡоролмалар һалыусы, булғандарын сифатлы итеп ремонтлаусы профессионалдар – подрядсылар ҙа тырышып эшләй.
Бөгөн намыҫлы эшләүсе подрядсыларыбыҙға айырыуса ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Бына улар: Нефтекаманан “Вентсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Эльвир Рәүф улы Рәхмәтуллин), был ойошма эшселәре Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында ҙур ҡоласлы ремонт эштәре алып бара; шулай уҡ “Агродорстрой” ЯСЙ-е (Руслан Исмәғил улы Зәйнуллин), “Ресурс” ТД ЯСЙ-е (Юлия Сергеевна Авсахова); йәнә үҙебеҙҙең район предприятиелары: “Красноусол коммуналь хужалығы” МУП-ы (Илдар Нәзир улы Ҡолбахтин), Юл төҙөлөш-ремонт идаралығы (Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизов), Ғафури комплекслы хеҙмәте (Рөстәм Хажиәхмәт улы Ғөбәйҙуллин), “Ингстрой” ЯСЙ-е (Бадрутдин Абдулмәжит улы Газгирәйев), ШЭ Самвел Оганесович Мартиросян.
Былар алдыбыҙға ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшергә ярҙам итеүсе ойошмаларҙың бөтәһе лә түгел, әлбиттә. Шуға күрә, форсаттан файҙаланып, барыһын да, шул иҫәптән беҙ бай тәжрибәләренән әлегәсә файҙаланып килгән тармаҡ ветерандарын да ысын күңелдән ҡотлайым!
Төҙөүсе һөнәре иң хөрмәтлеләрҙең береһе булып ҡалыуын дауам итә, ул лайыҡлы, талантлы кешеләр хеҙмәте. Төҙөлөш – туҡтауһыҙ булдырыу, яңы ҡарарҙар эҙләү, эргә-тирәләге кешеләр һәм кесе Ватаның хаҡына талсыҡмай ижад итеү ул. Изге, шул уҡ ваҡытта иң яуаплыларҙан һаналыусы хеҙмәт. Төҙөүселәр көнө менән ҡотлайым, һәммә төҙөлөш эшендә һәр кемдең уңыш ҡаҙаныуын теләйем!
- Рәхмәт, Фуат Зәки улы, һеҙҙе һәм һеҙҙең команданы ла лайыҡлы һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
Ринат ҠӘЙҮМОВ әңгәмәләште.