+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь , 18:10

“Башҡортостан йөрәге”нә сәйәхәт

 Өфө ҡалаһының Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һәм уҡытыусылары “Урал легендалары” тип исемләнгән ике көнлөк туристик сәйәхәт сиктәрендә районда булып китте.

“Башҡортостан йөрәге”нә сәйәхәт
“Башҡортостан йөрәге”нә сәйәхәт

Хозур тәбиғәте, иҫтәлекле тарихи-географик урындары менән дан тотҡан районыбыҙға туристар ағымы йыл әйләнәһенә өҙөлмәй. Ерек ауылы янындағы Башҡортостандың географик үҙәгенә, Мәжит Ғафури, Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейҙарына, йәмле Еҙем буйындағы “Башҡортостан йөрәгенә”, Красноусолдың тоҙло шишмәләренә, Рәсәйҙәге беренсе “алтын сөй” ҡағылған геологик объект Усолка киҫеменә, “Күркәм дөйәғоштар” фермаһына һәм башҡа бик күп урындарҙы күрергә тип килә улар.

 Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары һәм уҡытыусылары “Урал легендалары” тигән ике көнлөк туристик сәйәхәт сиктәрендә районда булып китте. Гимназияның уҡыу, спорт һәм йәмәғәт эштәре алдынғыларынан торған ҙур төркөм тәүҙә Башҡортостан үҙәгендә булды. Һуңынан улар “Башҡортостан йөрәген”дә булып, Еҙем-Ҡаран ауылы ағинәйҙәре һәм артистарының йола-уйындарында ҡатнашты, Өфө сәнғәт институты студенты Мирас Үҙәнбаевтың ҡурай-ҡумыҙ уйнау оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны. Мәғрур Уҡлыҡая итәгендә фотоға төшкәндән һуң, Красноусол тоҙло шишмәләренә юлландылар. Уларға бында “Торатау” тәбиғәт паркы хеҙмәткәре Айрат Миңлебаев илдәге  беренсе “алтын сөй” тураһында фәһемле лә, ҡыҙыҡ та экскурсия үткәрҙе.

Артабан уҡыусылар Стәрлетамаҡ ҡалаһында мөхәббәт, изгелек һәм яуызлыҡ көрәше, башҡорт шихандарының барлыҡҡа килеүе тураһында сағыу, мауыҡтырғыс тарих «Урал легендалары» мюзиклын тамаша ҡылған. Икенсе көндө иһә Торатау шиханына мауыҡтырғыс экскурсияла булған. Бына шулай туризм көнө алдынан балалар ҡыҙыҡлы турҙа булып, үҙҙәренә күп яңылыҡ, белем, матур тәьҫораттар алғандар.

 

“Башҡортостан йөрәге”нә сәйәхәт
“Башҡортостан йөрәге”нә сәйәхәт
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас в