+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Сентябрь 2022, 16:20

Һалымдарҙы 2022 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмайынса түләгеҙ

Октябрь аҙағына тиклем һалым белдереүҙәре граждандарға почта аша заказлы хаттар менән ҡағыҙға ебәреләсәк йәки уға инеү мөмкинлеге булған кешеләр өсөн электрон төрҙә «Һалым түләүсенең шәхси кабинеты»нда урынлаштырыласаҡ.

Һалымдарҙы 2022 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмайынса түләгеҙ
Һалымдарҙы 2022 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмайынса түләгеҙ

Физик берәмектәрҙе хеҙмәтләндергән теләһә ниндәй һалым инспекцияһына йәки ошо хеҙмәтте күрһәткән күп функциялы үҙәккә ғариза менән мөрәжәғәт итеп, граждандың теләге буйынса һалым белдереүен алырға мөмкин. Күрһәтелгән белдереү ҡағыҙҙары һалым һалынған мөлкәт: ер участкалары, капиталь төҙөлөш объекттары, транспорт саралары хужаларына (2021 йыл дауамында биләгән осоронда) адресланған. Мөлкәткә, шулай уҡ ергә һәм транспортҡа иҫәпләнгән һалымды 2022 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмайынса түләргә кәрәк.

Һалымдарҙы 2022 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмайынса түләгеҙ
Һалымдарҙы 2022 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмайынса түләгеҙ
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: