+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2022, 15:55

Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ

Һәр йылдағыса, быйыл да алтын көҙҙөң бер көнөндә, йәғни 24 сентябрҙә район үҙәгендәге “Йәшлек” ял паркы шау-гөр килеп торҙо. Тап был көндө районыбыҙ мәктәптәре йүгеректәре “Йүгереү көнө”нә – еңел атлетика буйынса ярышҡа йыйылды. Ул Бөтә Рәсәй “Милләттәр кросы-22” акцияһы сиктәрендә үтте. Сарала уҡыусылар йәш төркөмдәре буйынса ГТО нормативтарын тапшырҙы.Спорт сараһы сәләмәт йәшәү рәүешен, физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүҙе популярлаштырыу йәһәтенән йыл һайын уҙғарылып, быйылғыһы үҙенә уғата күп спортсыны йәлеп итте.

Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ
Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ

Көн болоҡһоп, ямғыр тамсылары бына тамам, бына тамам тип торған һауа торошо спортсыларҙы өркөтмәне. Бер аҙ һибәләп алғас, болоттар таралып, салт аяҙ зәңгәр күк йөҙөнән ҡояш йылмайҙы һәм йүгеректәрҙе еңеүҙәргә дәртләндергәндәй, көлтә нурҙарын йомарт һипте.
Кросс йәш төркөмдәре буйынса ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында 1000, 1500, 2000 һәм 3000 метрға тиклемге арауыҡта уҙҙы.
6-8, 9-10 йәшлектәр 1000 метрға ярышты. 6-8 йәшлектәр ҡыҙ-малайҙар уҙышынан башланған бәйгелә Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең етеҙ ҡыҙҙарына етеүсе булманы. 1000 метр араны елдәй елеп үткән Амалия Алтынбаева финишҡа беренсе булып килеп етеп, еңеүсе булһа, Мәҙинә Мәжитова менән Рената Дибаева унан һәм бер-береһенән саҡ ҡына ҡалышып, финиш һыҙығын икенсе-өсөнсө булып үтте. Ә малайҙар араһында Шамил Мусинға (Красноусол) етеүсе булманы, ул 1-се урын яуланы. Давид Коробов (2-се мәктәп) менән Рушан Әминев (Имәндәш мәктәбе) 2-се, 3-сө урындарҙы үҙ-ара бүлеште.
9-10 йәшлектәр араһындағы бәйгелә Айҙар Сәғитов (Еҙем-Ҡаран) менән Динә Лоҡманова (Сәйетбаба) – 1-се, Солтанбәк Сундуков менән Рияна Кочубаева (икеһе лә 1-се мәктәптән) – 2-се, Илнар Әхтәмов менән Нина Янбаева (Еҙем-Ҡаран) 3-сө урындарға лайыҡ булды.
11-12 йәшлектәрҙән (1500 метрға уҙышты) Лина Мөхәмәтйәнова (1-се мәктәп) менән Рөстәм Мәжитов (Красноусол башҡорт гимназия-интернаты) – 1-се, Валерия Васильева менән Илмир Дилмөхәмәтов (икеһе лә 3-сө мәктәптән) – 2-се, Әлфиә Юлбарисова (Сәйетбаба) менән Родион Сафин (3-сө мәктәп) 3-сө урын яуланы.
2000 метр араға 13-15 йәшлектәр араһындағы уҙышта Дилара Дәүләтбаева (Ҡауарҙы) менән Георгий Аванесян (1-се мәктәп) финиш һыҙығын – 1-се, Эвелина Йосопова (1-се мәктәп) менән Динар Бәширов (2-се мәктәп) – 2-се, Наҙгөл Хәлилова (3-сө мәктәп) менән Динислам Ғөбәйҙуллин (2-се мәктәп) 3-сө булып үтте.
16-17 йәшлек ҡыҙҙар 2000 метр араға уҙышты. Был бәйгелә Эвелина Хәмзина (2-се мәктәп) – 1-се, Арусик Мартиросян (1-се мәктәп) – 2-се, Наҙгөл Рәхимова (Сәйетбаба) 3-сө урын яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Виолетта Алтынбаева (Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе) – 1-се, Светлана Дибаева (“Термопласт”) ЯСЙ-е
– 2-се, Гөлиә Йәнбирҙина (КБГИ) – 3-сө урында.
16-17 йәшлек егеттәр 3 саҡрым араға ярышты. Вилдан Ғәлин (Яугилде мәктәбе) финиш һыҙығын – 1-се, Илмир Абдрахманов(КБГИ) – 2-се, Илья Королёв (3-сө мәктәп) 3-сө булып үтте.
18-30 һәм 40-59 йәшлектәр араһындағы уҙышта, үҙҙәре генә ҡатнашыуын иҫәпкә алып, Илдар Уразғолов менән бер спорт бәйгеләренән дә ҡалмай, һәр ҡайһыһында әүҙем ҡатнашҡан спорт ветераны Фәтҡулла Әхмәтйәнов еңеүсе тип табылды.
Призлы урындар яулаусылар тантаналы шарттарҙа Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ленар Сәйфуллин ҡулынан миҙалдар, Маҡтау грамоталары алды һәм иҫтәлеккә фотоға төштө.

Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ
Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: