+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2022, 09:56

Юлыҡтар – еңеүсе!

Күптән түгел Ҡауарҙы ауылында «Беҙ сәләмәт тормош яҡлы» девизы аҫтында волейбол буйынса район турниры үтте.

Юлыҡтар – еңеүсе!
Юлыҡтар – еңеүсе!

Урындағы коммерцияға ҡарамаған ойошма грант аҡсаһына төҙөгән яңы универсаль спорт майҙансығына райондың төрлө ауылдарынан волейболсылар йыйылды. Сара "Һаулығыбыҙ шәп - майҙансыҡҡа рәхмәт!" проекты сиктәрендә үтте. Ярышта бөтәһе дүрт команда ярышты. Һәр береһе еңеүгә ынтылышын, берҙәмлеген күрһәтте. Һәр уйын үҙенсә ҡыҙыҡлы, көтөлмәгән һәм хистойғоға бай булды.
Ныҡышмалы көрәштән һуң урындар түбәндәгесә билдәләнде: Юлыҡ командаһы еңеү яуланы, икенсе урында - ветерандарҙың йыйылма командаһы, өсөнсөлә - Красноусол йәштәре булды.
Спорт байрамы хужалары – ҡауарҙылар дүртенсе урын яулаһа ла, төшөнкөлөккә бирелмәне, сөнки улар ҙур тәжрибәгә эйә булды. Призерҙарҙы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантаналы шарттарҙа үтте. Волейболсыларға бүләктәрҙе сараны ойоштороусы һәм үткәреүсе Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Абдрахманов тапшырҙы.
Район ярышы ҡунаҡтарына Ҡауарҙы ауылының яңы спорт-уйын майҙансығында осрашыу оҡшаны. Көсөргәнешле алыштарҙа улар һаулығын сыныҡтырыуҙан тыш, яҡшы кәйеф, матур тәьҫораттар алды.

Юлыҡтар – еңеүсе!
Юлыҡтар – еңеүсе!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: