+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Октябрь 2022, 17:55

Мәктәп музейы - хазиналар утрауы

Бөгөн, Уҡытыусылар көнө алдынан, Имәндәш мәктәбендә тантаналы шарттарҙа яңыртылған музей асылды.

Мәктәп музейы - хазиналар утрауы
Мәктәп музейы - хазиналар утрауы

Ул Рәсәй Президентының Мәҙәни башланғыстар фонды гранты конкурсында "Мәктәп музейы - хазиналар утрауы" проекты нигеҙендә яуланған грант аҡсаһына һәм район хакимиәте ярҙамы менән заманса ҡорамалдар менэн байытылған.
Тантанала район Советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, был төбәк депутаты Фаил Зәйнетдинов, район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлеге начальнигы Ольга Кулинич, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов, 1976-1984 йылдарҙа Имәндәш мәктәбе директоры вазифаһын башҡарған Ғәлинур Ҡалмырҙин, Имәндәш ауылының Почетлы гражданы, абруйлы шәхес Шәүрә Ғилманова, мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Нәзифә Арыҫланбәкова, Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов, ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ағинәйҙәре, мәктәп коллективы һәм уҡыусылар ҡатнашты.

Мәктәп музейы - хазиналар утрауы
Мәктәп музейы - хазиналар утрауы
Мәктәп музейы - хазиналар утрауы
Мәктәп музейы - хазиналар утрауы
Мәктәп музейы - хазиналар утрауы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: