-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь , 15:50

Физик берәмектәрҙең мөлкәт һалымдарын кем һәм ҡасан түләргә тейеш?

Йыл һайын һалым органдары бынан алдағы һалым осоро өсөн күсмә һәм күсемһеҙ милек хужаларына физик шәхестәр милкенә, ер һәм транспорт һалымдарын иҫәпләй һәм граждандарға уларҙы түләүгә һалым белдереүе ҡағыҙҙары ебәрә.

Физик берәмектәрҙең мөлкәт һалымдарын кем һәм ҡасан түләргә тейеш?
Физик берәмектәрҙең мөлкәт һалымдарын кем һәм ҡасан түләргә тейеш?

Әйтәйек, 2022 йылда Башҡортостан Республикаһының һалым органдары 2021 йыл өсөн мөлкәт һалымдарын иҫәпләне, уларҙы 2022 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмайынса түләргә кәрәк. Физик шәхестәргә милек һалымы түләүселәр белдергән барлыҡ льготаларҙы, шулай уҡ торлаҡ объекттарына һәм ер участкаларына ҡарата һалым һалынмай торған тотоп ҡалынған һалымды иҫәпкә алып, теркәү органдары тапшырған милек объекттары тураһындағы мәғлүмәттәр нигеҙендә ҡәтғи рәүештә һалым органдары тарафынан иҫәпләп сығарылған.

Әгәр мөлкәттең милек хужаһы бәлиғ булмаған бала булһа, мөлкәт һалымын кем түләргә тейеш? Физик берәмектәрҙең мөлкәтенә һалым түләүселәр тип, йәшенә ҡарамаҫтан, һалым һалыу объекты тип танылған милек объекттарының хужалары таныла. Әгәр мөлкәттең милек хужалары булып бәлиғ булмаған балалар торһа, бәлиғ булмаған балаларҙың милкендә булған мөлкәткә ҡарата һалым түләү буйынса бурысты уларҙың ата-әсәләре (законлы вәкилдәре, уллыҡҡа алыусылар, опекундар һәм попечителдәр) башҡара.

#налогиплатимвсрок

Физик берәмектәрҙең мөлкәт һалымдарын кем һәм ҡасан түләргә тейеш?
Физик берәмектәрҙең мөлкәт һалымдарын кем һәм ҡасан түләргә тейеш?
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас в